Өс батшалыҡ дәүере
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өс батшалыҡ дәүере" йәки Саньго (ҡыт. ғәҙәти 三國時代, ябайл. 三国时代, пиньин: Sānguó Shídài, палл.: Саньго Шидай) — боронғо Ҡытай тарихындағы дәүер (220—280 йылдар) һәм өс батшалыҡтың үҙ-ара көрәше(Вэй,У,Шу ). Өс батшалыҡ дәүере башы 220 йылға тура килә, шул йылда Хань династияһы империяһы тарҡала , ә уға алмашҡа Цзинь (265—420) династияһы килә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа «дүртенсе батшалыҡ» тип 237—238 йылдарҙа Маньчжурияла булған Янь батшалығын атайҙар (царство Янь (инг.)баш.[1]. Был дәүерҙе Өс батшалыҡ дәүере тип атау дөрөҫ тә түгел тиҙәр, сөнки һәр дәүләттең башында батша түгел, ә император торған, һәр береһе бөтә Ҡытайға хакимлыҡ итәм тип иҫбатлаған[2].
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Троецарствие.