From Wikipedia, the free encyclopedia
Белла (Изабелла) Әхәт ҡыҙы Әхмәҙуллина (10 апрель 1937 йыл — 29 ноябрь 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе, XX быуаттың күренекле лирик шағирҙарының береһе. СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары лауреаты. Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең ПЕН-үҙәге башҡарма комитеты, А. С. Пушкин исемендәге һынлы сәнғәт музейы дуҫтары йәмғиәте ағзаһы. Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһының Маҡтаулы ағзаһы.
Белла Әхмәҙуллина | ||||
2004 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһын алғандан һуң (12 июнь 2005) | ||||
Исеме: |
Изабелла Әхәт ҡыҙы Әхмәҙулина | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||
Тыуған урыны: | ||||
Вафат булған көнө: | ||||
Вафат булған урыны: |
Переделкино, Ленин районы, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй | |||
Гражданлығы: | ||||
Эшмәкәрлеге: | ||||
Жанр: |
лирика | |||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||||
Премиялары: |
| |||
Наградалары: |
| |||
Белла Әхмәҙуллина 1937 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә тыуған. Уның атаһы Әхәт Вәли улы, министр урынбаҫары, әсәһе — рус- итальян сығышлы, тәржемәсе. Белла мәктәптә уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Әҙәбиәт белгесе Дмитрий Быков әйтеүенсә, шағир үҙенең яҙыу манераһын ун биш йәштә таба. Уның шиғриәткә маһир булғанлығын беренсе булып Павел Антокольский күреп ҡала[1].
Белланың шиғырҙарын 1957 йылда «Комсомольская правда» гәзитендә тәнҡитләйҙәр. 1960 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Борис Пастернакты эҙәрләүҙе яҡлауҙан баш тартҡанға, (рәсми рәүештә марксизм-ленинизм фәненән имтихан бирә алманы тигән сәбәп менән) институттан ҡыуалар[2]), һуңынан яңынан алалар[3].
1959 йылда 22 йәшлек Әхмәҙуллина үҙенең иң билдәле «По улице моей который год…»" тигән шиғырын яҙа[4]. 1975 йылда композитор Микаэл Таривердиев был шиғырҙы көйгә һала, һәм романс Элдар Рязановтың «Ирония судьбы, или с легким паром!» фильмында бик урынлы яңғыраш таба.
1964 йылда Василий Шукшиндың «Йәшәй шундай йәш кеше.(Живет такой парень» фильмында Белла журналист ролен башҡара. Венецияла уҙған кинофестивалдә был фильм «Золотой лев» премияһы менән бүләкләнә. 1970 йылда Әхмәҙуллина «Спорт, спорт, спорт» фильмендә уйнай..
1962 йылда «Струна» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Артабан «Озноб» (1968), «Уроки музыки» (1970), «Шиғырҙар» (1975), «Метель» (1977), «Свеча» (1977), «Тайна» (1983), «Сад» (СССР-ҙың Дәүләт премияһы, 1989). Әхмәҙуллина шиғырҙарына ҡырҡыу лиризм, зауыҡлы формалар, үткән замандың традицияларына бәйлелек хас.
1970-се йылдарҙа шағирә Грузияға бара һәм ошо ваҡыттан башлап был ил Белланың ижадында һиҙелерлек ҙур урын ала. Әхмәҙуллина Н. Бараташвили, Г. Табидзе, И. Абашидзе һәм башҡа грузин авторҙары әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә.
1979 йылда Әхмәҙуллина цензураһыҙ «Метрополь» әҙәби альманахын сығарыуҙа ҡатнаша. Ул бер нисә тапҡыр совет диссиденттары — Андрей Сахаровты, Лев Копелевты, Георгий Владимовты, Владимир Войновичтарҙы яҡлап сыға. Уның яҡлау һүҙҙәре «Нью-Йорк Таймс» гәзитендә баҫылып сыға, бер нисә тапҡыр "Азатлыҡ радиоһы " һәм " Голос Америки " радиостанциялары тапшырыуҙарында яңғырай.[3].
Әхмәҙуллина бик күп бөтә донъя әҙәби фестивалдәрендә, шул иҫәптән Куала-Лумпурҙа (1988) үткән Халыҡ-ара шиғриәт байрамында ҡатнаша.
Әхмәҙуллина үҙ заманының шағирҙары тураһында иҫтәлектәр һәм шулай уҡ А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов тураһында эссе яҙған.
Һуңғы йылдарҙа Белла Әхмәҙуллина ҡаты ауырый, күҙҙәре насар күреү сәбәпле, тоҫмаллап ҡына йөрөй[5].
2010 йыл 29 ноябрь ашығыс ярҙам күрһәтеү машинаһында үлә. Шағирәнең ире Борис Мессерер һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йөрәк -ҡан тамырҙары кризы сәбәпле үлә[6]. Рәсәй президенты Д. А. Медведев шағирәнең яҡындарына уларҙын ҡайғыларын уртаҡлашыуын рәсми белдерҙе.
Белла Әхмәҙуллина менән хушлашыу 2010 йылдың 3 декабрендә Әҙәбиәтселәрҙең Үҙәк Йортонда Мәскәүҙә үтте[7]. Шул уҡ көндө ул Новодевичье зыяратында ерләнде[8].
1955—1958 йылдарҙа Әхмәҙуллина Евгений Евтушенконың беренсе ҡатыны була[1]. 1959 йылдан алып 1968 йылдың 1 ноябренә тиклем[9] — Юрий Нагибиндең бишенсе ҡатыны була.[10][1][9]. Был никах,Нагибиндың « Көндәлегендә» («Дневник»), үҙе әйтеүе буйынса һәм Василий Аксеновтың « Таинственная страсть» мемуар беллетристик әҫәрендә ҡыйыу сексуаль эксперименттар тураһында яҙылыуы арҡаһында, уларҙың никахы тарҡала. 1968 йылда, Нагибин менән айырылышҡас, Әхмәҙуллина үҙе янында тәрбиәгә ҡабул ителгән ҡыҙҙары Аннаны ҡалдыра[11].
Балҡар классигы Ҡайсын Кулиевтың улы — Эльнар Кулиевтан (тыуған 1951) — 1973 йылда Әхмәҙуллина Елизавета исемле ҡыҙ таба.
1974 йылда, үҙенең балаларын әсәһе һәм өйҙәге ярҙамсы ҡатынға ҡалдырып, театр рәссамы Борис Мессерерға дүртенсе һәм һуңғы тапҡыр кейәүгә сыға.
Беренсе ҡыҙҙары Анна Полиграфик институтты тамамлай. Ул китаптар сығарған ерҙә иллюстратор булып эшләй. Елизавета Кулиева, әсәһе кеүек, Әҙәбиәт институтын бөтөргән.
Һуңғы йылдарҙа Белла Әхмәҙуллина ире менән Переделкинола йәшәй.
Поэзия Әхмәҙуллина өсөн — шағирҙың эске донъяһы менән яңы (магнитофон, самолет, светофор) һәм традицион (свеча, дуҫ йорто) әйберҙәрҙе осраштырыу урыны. Уның шиғриәте өсөн бөтә әйберҙәр ҙә, хатта теләһә ниндәй ваҡ-төйәк тә, фантазияны ҡанатландырыусы предметтар булып тора һәм, тәбиғәттең һәр бер күренеше нисек символ булһа, шулай шағирә күңелендә үтә ҡыйыу образдар барлыҡҡа килтерә, уларҙы тулыландыра, йәнләндерә («Сказка о дожде», 1964). Әхмәҙуллина үҙ лексикаһын һәм синтаксисын, боронғо тел элементтарына мөрәжәғәт итеп, заманса тел менән оҫта бәйләй. Онотолоп ,ҡулланыуҙан сыҡҡан һүҙҙәргә контекст эсендә һүҙҙәрҙең тәүге мәғәнәһен ҡайтарып бирә. Әхмәҙуллина шиғырҙарының ритмында ҡатып, хәрәкәтһеҙ ҡалыу түгел, ә бер туҡтауһыҙ алға ынтылыу, динамика ята. Вольфганг Казак әйтеүенсә, Әхмәҙуллина шиғырҙарының ғәҙәти булмаған өлөшө, башҡа шағирҙәр менән сағыштырып ҡарағанда, бик ҙур була. Һуңғараҡ уның поэзияһы ябайыраҡҡа әйләнә.[10].
Әҙәбиәт белгесе И. Снеговая,2008 йылда Әхмәҙуллина ҡатшашлығында үткән Әхмәтова кисәһендә, шағирәнең Репино һәм Комаровоға арнап яҙылған шиғырҙарын билдәләп үтә. Уның шиғырҙарында боронғо замандың һулышы тойолоуы, элекке, иҫке дачаларҙың күренеше, уларҙа ҡасандыр йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы шағирә әҫәрҙәренең төп йөкмәткеһе булып тора тип билдәләй. «Уның Әхмәтоваға бағышланған кисәлә ҡатнашыуы бик урынлы һәм шатлыҡлы булды. Заманыбыҙҙың Гүзәл ҡатын-ҡыҙ заты, үҙенең зауыҡлы, нәфис теле һәм үҙенең буй-һыны, үҙен-үҙе тотоуы менән, классик традицияларҙы дауам итә. Уның Әхмәтоваға арналған шиғырҙарында шағирә менән һоҡланыу һәм уның менән бәхәсләшеү ята. Быларҙан башҡа шиғриәттә дауамлылыҡ булмаҫ ине».
Иосиф Бродский Әхмәҙуллинаны рус шиғриәтенең лермонтов-пастернак һыҙығы мираҫсыһы тип атаны.
Дмитрий Быков, Әхмәҙуллина шиғриәтенең төҫлө сәнғәттәге импрессионизмға оҡшаш булыуын билдәләп үтә. Ул ҡатмарлы лабиринттар аша ассоциатив юлдар менән уҡыусыларҙың иҫендә ауыр ҡала торған шиғырҙарын матур, тулы образдар тыуҙырып, йөрәккә керерлек итеп, ҡыйыуһыҙлыҡ менән үҙеңдең баһаңды белеп тороуҙы бер-береһенән айырмай, тормошто белеүҙе көсһөҙлөк менән, ҡурҡыусанлыҡты еңелмәүселек менән бергә ҡушып күрһәтә алған. Әхмәҙуллинаның бөтә ижады аша үткән тема булып оялыу хисе тора. Был хис шағирәне ғүмере буйына оҙатып йөрөй. Был хисте уның бик артыҡ ҡыйыу, юлға һалынмаған тормошо иҫендә тоторға мәжбүр иткәндер. Быков фекерләүенсә, был доминант тема шулай уҡ ижади иреклелектең етешмәүе, кәрәк булмаған кешеләр менән төрлө мөнәсәбәттәргә инеп, кәрәкмәгән кешеләр менән эсеүе арҡаһында килеп сыҡҡандыр. Шағирәнең биографы фаразлауса, ошо язалаусы гонаһлылыҡ тойғоһо, үҙен-үҙе битәрләүе Әхмәҙуллинаның Борис Пастернак шиғриәтенең традицияларын дауам итеүе арҡаһында килеп сыҡҡандыр: сөнки «ике лирик шағирҙың тормошонда ла, шиғриәтендә лә ҙур оҡшашлыҡ бар,- тигән ул.- Кешелекһеҙ донъя уртаһында Әхмәҙуллинаның кешелеклелек һыҙаттары боҙға ҡатҡан донъяла йылы йотом кеүек ине».
2013 йылдың 9 февралендә Ата-әсәләрҙең беренсе съезында Рәсәй Федерацияһының президенты В. В. Путин Әхмәҙуллинаның шиғырҙарын әҙәбиәт фәненең мотлаҡ мәктәп программаһына индерергә ҡушты[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.