112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, Шайморатовсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы (21 декабрь 1918 йыл — 6 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизион штабы начальнигы, гвардия өлкән лейтенанты. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе[1].
Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе РСФСР |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1918 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР Мәсетле, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 6 февраль 1945 (26 йәш) |
Вафат булған урыны | Көнигсберг |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғимран Хәбибйән улы Әхмәтйәнов 1918 йылдың 21 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған.
1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Армияға Архангель районының хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышын хәрби хеҙмәттә ҡаршылай. Кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында полк батареяһы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. ВКП(б) ағзаһы. 1942 йылдың 6 июлендәге ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана[2]. 1945 йылдың 6 февралендә Германияла, Көнсығыш Пруссияла (хәҙерге Калининград) Кенигсберг округында, Велау районында, Гросс-Кзайдель тигән урында вафат була, шунда ерләнә. Вафат булған ваҡыттағы вазифаһы һәм специальносы дивизион штабы начальнигы тип күрһәтелгән[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.