Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Әртә-Шиғыр йәки Әртә-Шиғйер (рус. Артя-Шигири) — Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.
ауыл | |
Артя-Шигири Әртә-Шиғйер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
1647 |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолман-сөнниҙәр |
Телефон коды | 34395 |
Почта индексы |
623357 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 352 кеше йәшәй.[2]
Әртә (Өфө) — Шиғыр — Әртә һәм Түбәнге Серге райондарындағы бик боронғо башҡорт тораҡ пункттары. Был ауылдарға 1647 йылда нигеҙ һалынған. Әртә-Шиғйер ауылының икенсе атамаһы — Мәүлекәй, шуға оҡшаған ауылдар Пермь крайында ла бар, мәҫәлән: Иҫке Шиғйер.
«Шағир» — поэт; «шиғри» — шиғри, йәғни һүҙмә-һүҙ: был ауылдар ултырған ерҙәр бик матур; бынан башҡа, «ышыҡ+ер» — йылға буйындағы аулаҡ, ышыҡ ер тигәнде аңлата. Яңы урындарҙа төпләнеүселәргә тап шундай ерҙәр кәрәк булған.[3]
Ауыл 1647 йылда нигеҙләнгән[4].. 1834 йылда ауылдың 22 йортонда 125 башҡорт йәшәгән. 1850 йылда 22 йортта 156 кеше, 1859 йылда 26 йортта 183 кеше иҫәпләнгән. Ауыл халҡы йәйләүгә сыҡҡан.[5]. 1850 йылғы IX ревизия мәғлүмәттәре буйынса Әртә-Шиғйер ауылында йәшәүсе башҡорттар исемлеге[6]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Ҡошсо улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Пермь өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 5-се йорт | 2-се Башҡорт кантоны, Пермь өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улус Советы (1918 й.), ауыл Советы | кантоны | Свердловск өлкәһе | РСФСР |
1926 | ауыл Советы (1923 йылдан) | Әртә кантоны | Свердловск өлкәһе | СССР |
1935 | ауыл Советы | Әртә районы | Свердловск өлкәһе | СССР |
1941 | ауыл Советы | Әртә районы | Свердловск өлкәһе | СССР |
1990 | ауыл советы | Әртә ҡала округы | Свердловск өлкәһе | Рәсәй Федерацияһы |
XIX быуаттың 1-се яртыһында Әртә-Шығйер 2-се Башҡорт кантоны 5-се йорто составында була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.