From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлмән районы (рус. Альменевский район) — Ҡурған өлкәһендәге муниципаль берәмек.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә | |||
Административ үҙәк |
Әлмән ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе |
1965 | ||
Район башлығы |
Сөләймәнов Дамир Ярулла улы | ||
Район Думаһы рәйесе |
Белоусов Анатолий Федорович | ||
Рәсми тел |
урыҫ теле | ||
Халҡы (2015) |
↘10 431[1] (1.21 %, 22 урын) | ||
Тығыҙлығы |
4,2 кеше/км² | ||
Милли состав |
урыҫтар — 40 %, | ||
Конфессиональ состав |
мосолмандар, христиандар | ||
Майҙаны | |||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Телефон коды |
+7 35242 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
45 | ||
ОКАТО | |||
Административ үҙәге — Әлмән ауылы.
Район Ҡурған өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Силәбе өлкәһе һәм өлкәнең Сафакүл, Щучье, Шумиха, Мишкә, Ҡуртамыш һәм Целинный райондары менән сиктәш.
Революциянан һуң район территорияһы Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына инә, ә 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, буласаҡ район биләмәләре Ялан-Ҡатай районына , ә 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Ялан-Ҡатай районы Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә. 1943 йылда был райондар Ҡурған өлкәһе составында була. 1963 йылда Әлмән районы бөтөрөлөп, 1965 йылда яңынан тергеҙелә.
2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы районда башлыса урыҫтар (40 %), башҡорттар (32,8 %), татарҙар (23,4 %) йәшәй[11].
Район искен татарҙары төркөмөнөң тығыҙ йәшәгән ере. Улар нигеҙлегән ауылдар: Әлмән, Иванков (Аманкүл), Өскүл, Тоҙауыл, Вишняк (Сейәле), Алакүл ауылдарында көн күрә. Башҡорт ауылдарының иң эреләре: Тәңрекүл, Юламан, Асҡар, Зәйнәкәй (Зәйнеғәбдин), Мир (Ҡатай), Убалы, Шәрип, Искәндәр, Ҡаҙаҡҡол, Подъяс (Бүҙаяҙ), Байғәнә, Бохар (Айыу аулы), Поляна (Иҫке Юламан) һәм башҡа кесерәк ауылдар. Башҡорт Республикаһының Ялан кантоны булған саҡта Тәңрекүл (Тарғул) кантон үҙәге булып торған.
Көньяҡ-көнбайыш яғында бер нисә урыҫ ауылы ултырған: Парамон, Рыбное, Чистое. Шулай уҡ ҡайһы бер ауылдарҙа ҡаҙаҡтар (Мир һәм Ягодное) һәм сыуаштар (Аҫҡар) күпләп йәшәйҙәр.
Район составына 12 ауыл биләмәһе (ауыл советтары) керә, улар 33 ауылды берләштерә:
№ | Ауыл биләмәләре | Административ үҙәк | Тораҡ пункттар һаны | Халҡы | Майҙан, км2 |
---|---|---|---|---|---|
1 | Бороздинка ауыл советы | Бороздинка | 4 | ↘614[1] | 305,60[3] |
2 | Иванково ауыл советы | Иванково | 3 | ↘277[1] | 236,90[3] |
3 | Казенное ауыл советы | Казенное | 3 | ↘504[1] | 133,57[3] |
4 | Малышево ауыл советы | Малышево | 3 | ↘927[1] | 270,74[3] |
5 | Парамоново ауыл советы | Парамоново | 2 | ↘380[1] | 102,80[3] |
6 | Рыбное ауыл советы | Рыбное | 1 | ↘112[1] | 100,54[3] |
7 | Тәңрекүл ауыл советы | Тәңрекүл | 4 | ↘963[1] | 282,30[3] |
8 | Чистое ауыл советы | Чистое | 1 | ↘250[1] | 93,97[3] |
9 | Шәрип ауыл советы | Мир | 4 | ↘1397[1] | 318,80[3] |
10 | Әлмән ауыл советы | Әлмән | 1 | ↘3928[1] | 37,56[3] |
11 | Юламан ауыл советы | Юламан | 4 | ↘698[1] | 257,66[3] |
12 | Ягодное ауыл советы | Ягодное | 3 | ↘381[1] | 345,56[3] |
Әлмән районы тораҡ пункттарының исемлеге | |||
---|---|---|---|
№ | Тораҡ пункт | Халҡы | Муниципаль берәмек |
1 | Алакүл | 314[6] | Малышево ауыл советы |
2 | Асҡар | ↘116[6] | Юламан ауыл советы |
3 | Байғана | 192[6] | Шәрип ауыл советы |
4 | Бороздинка | →320[12] | Бороздинка ауыл советы |
5 | Бохара | ↘165[6] | Юламан ауыл советы |
6 | Бишнәк |
| Ягодное ауыл советы |
7 | Зәйнәкәй | ↘137[6] | Казенное ауыл советы |
8 | Иванково | ↘260[6] | Иванково ауыл советы |
9 | Искәндәр | ↗145[12] | Бороздинка ауыл советы |
10 | Казенное | ↗414[6] | Казенное ауыл советы |
11 | Киләй-Ҡаҙаҡҡол | ↘115[6] | Казенное ауыл советы |
12 | Ковыльное | 27[6] | Иванково ауыл советы |
13 | Крутой Лог | ↘113[14] | Тәңрекүл ауыл советы |
14 | Ҡаҙаҡҡол | ↘142[14] | Тәңрекүл ауыл советы |
15 | Майлыҡ | →266[12] | Бороздинка ауыл советы |
16 | Малышево | 441[6] | Малышево ауыл советы |
17 | Мир | 887[6] | Шәрип ауыл советы |
18 | Озерное | 87[6] | Юламановский сельсовет |
19 | Өскүл | ↘256[6] | Малышево ауыл советы |
20 | Парамоново | ↘331[6] | Парамоново ауыл советы |
21 | Подъясово | ↘162[14] | Тәңрекүл ауыл советы |
22 | Поляна | 185[6] | Шәрип ауыл советы |
23 | Рыбное | ↘112[1] | Рыбное ауыл советы |
24 | Солнечная | 61[6] | Ягодное ауыл советы |
25 | Тузово | ↘95[6] | Иванково ауыл советы |
26 | Тәңрекүл | ↘703[14] | Тәңрекүл ауыл советы |
27 | Убалы (Ҡурған өлкәһе) | ↘111[6] | Парамоново ауыл советы |
28 | Чистое | ↘250[1] | Чистое ауыл советы |
29 | Шәрип | ↘371[6] | Шәрип ауыл советы |
30 | Щучанка | →132[12] | Бороздинка ауыл советы |
31 | Әлмән | ↘3928[1] | Әлмән ауыл советы |
32 | Юламан | 546[6] | Юламан ауыл советы |
33 | Ягодное | 274[6] | Ягодное ауыл советы |
Район иҡтисады ауыл хужалығы аҙыҡ-түләге бәйле. Район иҡтисадына иң ҙур өлөш индереүсе предприятие булып Юламан ауылындағы «Зауралский» ауыл хужалығы коперативы тора. Ул иген культуралары игеүгә һәм һыйыр малдары үрсетеүгә ҡулайлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.