From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбүбәкер (башҡа атамалары — 2-се Әбеш, Ҡасаҡ; рус. Абубакирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай (Хәлил) районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Үҙәмбай ауыл советы составында булған.
Гөбөрлө йылғаһы буйында урынлашҡан булған.
Ауылға үҫәргән ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған.
XVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында кире Гөбөрлө тауҙарына күсәләр[1]. 1816 йылдан һуң Гөбөрлө йылғаһы буйына Әбеш (Әбүзәр) ауылынан йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы Исхаҡ Әбешев, Боҫҡоновтар ғаиләһе, Ильяс Торошев күскән[2].
1858 йылда Әбеш ауылынан Ғәбдесәләм Хәмитов, Сабаҡлы ауылынан Ҡоҙаш (Кужаш) Ишбаев (Игебаев), Хәлил ауылынан Әбделкәрим Байғаҙаҡов ғаиләләре менән күсерелә. 1863 йылда Әбүбәкерҙән Хәлил ауылына Исхаҡ Исмәғилов ғаиләһе менән күсерелә.
1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Әбүбәкер, Сабаҡлы, Ишбирҙе, Үҙәмбай ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. Хәлил (Гай) районы составында була.
1950-се йылдарҙың аҙағында ауыл юҡҡа сыҡҡан.
1859 | 1892 | 1892 | 1901 | 1917 |
---|---|---|---|---|
241 | 187 | 212 | 186 | 250 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.