Һыу каналы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һыу каналы (лат. canalis — торба, улаҡ) — айырым һыу ятҡылыҡтарын тоташтырыу йәки ер һуғарыу өсөн эшләнгән яһалма һыу юлы.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Канал.
Һыу каналы ике маҡсат менән төҙөлә:
- мелиорация бурыстарын хәл итергә һыу бүлеү өсөн;
- транспорт мәсьәләләрен тормошҡа ашырыу, мәҫәлән, кешеләрҙе һәм хужалыҡ йөктәрен ташыу өсөн.
Каналдар башлыса был ике функцияны бергә үтәй.
Суднолар йөрөй торған канал төҙөү маҡсаты — ике һыу бассейнын йәки һыу ятҡылығын тоташтырыу, ике һыу ятҡылығы араһындағы юлды ҡыҫҡартыу, сундолар йөрөшөн тәьмин итеү, йөк ташыу мәсьәләһен иҡтисади яҡтан отошло итеп хәл итеү.