Һинд цивилизацияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд, йәки Харапп, цивилизацияһы — бронза быуатының боронғо көнсығыш цивилизацияһы[1], барлыҡҡа килеү ваҡыты буйынса Боронғо Мысыр һәм Месопотамиянан ҡала өсөнсө урында[* 1] тора. Өсөһө араһында иң ҙур майҙанды биләй, ҡалған икәүһенең дөйөм майҙанынан 2 тапҡырға артып китә[2][3]. Һинд цивилизацияһы б.э.т. 2600 һәм 1900 йылдар араһында сәскә ата, ләкин сағыштырмаса тиҙ тарҡала. Тарҡалыуын беҙҙең эраға тиклем 2200-се йылдарҙағы ҡоролоҡ менән бәйләйҙәр.
Харапп цивилизацияһы Һинд йылғаһы үҙәнендә беҙҙең эраға тиклем 3300—1300 йылдарҙа үҫешә[4]. Иң әһәмиәтле үҙәктәре — Ракхигархи (350 га[5], Мохенджо-Даро (300 га), Хараппа (150 га), Лотал (60 га) һәм Дхолавира (47 га)[6]. Сәскә атҡан йылдарҙа яҡынса 5 миллион кеше йәшәй, фаразланыуынса, эламиттар һәм дравидтар күпселекте тәшкил итә[⇨]. Һинд цивилизацияһының юғары үҫеш осоро беҙҙең эраға тиклемге 2600 йылдан алып 1900 йылдарҙа дауам итә. Хәҙерге Афғанстан, Пакистан һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостан территорияларына һуҙыла.
Шумер текстарында харапп цивилизацияһы «Мелухха» тип аталған тип фараз ителә[7].
Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта аридизация башлана — дәүләт урынлашҡан төбәктә һыу ресурстары яйлап ярлылана башлай. Археологтар төбәктә урбанизацияның көсәйеүе, тупраҡтың ярлыланыуы һәм йылғаларҙың яйлап һайығыуы аридизацияға килтереүсе сәбәп булыуы бар тип һанай. Һөҙөмтәлә был дәүләттең бөлгөнлөккә төшөүенә килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, халыҡ Көнсығышҡа китә.
Арийҙарға тиклемге цивилизацияның Көнбайыш Һиндостанда булыуы тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе XIX быуатта Александр Каннингем баҫтырып сығара. 1921—1922 йылдарҙағы Джон Маршалл етәкселегендәге экспедиция һинд цивилизацияһының булыуын тулыһынса асыҡлай.
Һинд йылғаһы үҙәнендә йәшәүселәр бер нисә яңы һөнәр — аҡыҡ, һөйәк эшкәртеү, бронза, баҡыр, ҡурғаш һәм аҡ ҡурғаш металлургияһын уйлап таба. Харапп цивилизацияһы ҡалаларындағы ҡаралтылар аныҡ планлаштырылыуы менән айырылып тора. Төҙөлөш материалы — балсыҡтан яндырылған кирбес. Ҡатмарлы дренаж системалары, һыу менән тәьмин итеү системалары һәм торлаҡ булмаған биналарҙың тотош кластерҙары үҙләштерелгән һәм ҡулланылған.
Ҡалаларҙа ҡаҙыныу эштәре барышында балалар уйынсыҡтары ла, бик аҙ ҡорал да табыла. Тимәк, дәүләт артыҡ милитаризацияланмаған һәм сағыштырмаса тыныс йәшәгән. Вавилон, Шумер һәм Месопотамиянан алыҫ булған алыҫ ерҙәр менән сауҙа итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Сауҙаның үҫешен хайуандар һәм мифик йән эйәләре менән биҙәлгән күп һанлы мисәттәр күрһәтә.
«Һинд цивилизацияһы» һәм «Хараппа цивилизацияһы» тигән атамалар археологик әҙәбиәттә бер тиң мәғәнәгә эйә. «Хараппа» тигән термин бутарға мөмкин, сөнки был атама хәҙерге Хараппа ҡалаһы исеменән бирелгән. Унда 1920-се йылдарҙа уҡ ҡаҙылған тәүге археологик майҙансыҡ урынлашҡан. Тиҙҙән Мохенджо-Даро табыла һәм өйрәнелә, был сенсацион асыштар була. Был һәйкәлдәр Харапп цивилизацияһының өлгөрөп еткән стадияһына ҡарай һәм элекке һәм артабанғы харапп һәм һуңғы харапп мәҙәниәттәре тип аталған мәҙәниәттәрҙән айырыла. Ауыл хужалығы тибындағы неолитик торамалар иртә харапп мәҙәниәтенә тиклем була.
2008 йылға ҡарата башлыса Һинд һәм Гхаггар-Хакра йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары тирәһендә урынлашҡан 1022 ҡала һәм ауыл табыла. Шуларҙың 406-һы хәҙерге Пакистан территорияһында, 616-һы Һиндостанда табыла. 96 объект ҡаҙылған һәм өйрәнелгән. Был 96 объект араһында эре ҡала үҙәктәре, шул иҫәптән Хараппа, Мохенджо-Даро (ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты), Дхолавира, Ганеривала, Ракхигархи бар.
Дәүләт теленең аныҡ билдәләнмәгән, уның генеалогияһы әлегә билдәле түгел. Харапп теле менән дравид и элам-дравидий телдәренең бәйләнештәре етерлек өйрәнелмәгән[8][⇨].