Көнбайыш Германия дәүләт эшмәкәре, Германияның федераль президенты (1969—1974). From Wikipedia, the free encyclopedia
Густав Вальтер Һайнеман (нем. Gustav Walter Heinemann; 23 июлендә 1899 йыл, Швельм, Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Герман империяһы — 7 июль 1976 йыл, Эссен, Германия) — Көнбайыш Германия дәүләт эшмәкәре, Германияның федераль президенты (1969—1974).
Густав Һайнеман Эссендә Friedrich Krupp AG вәкәләтле вәкиле булған адвокат ғаиләһендә тыуа. Атаһы радикаль-демократик, һул либераль һәм патриот ҡарашлы һәм ниндәй ҙә булһа сиркәүгә ҡарамаған кеше була. Был ҡарашты улына ла һеңдерә.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында һалдатҡа алына, әммә йөрәк клапандары елһенеүе арҡаһында, һуғыш аҙағына тиклем Крупп предприятиеһында ярҙамсы хеҙмәттә була.
1919 йылдан Мюнстер, Марбург, Мюнхен, Геттинген һәм Берлин.университеттарында хоҡуҡ һәм политология өйрәнә. 1929 йылда Мюнстерҙа докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1926 йылдан алып 1929 йылға тиклем адвокат һәм уҡытыусы булып эшләй.
Атаһы һымаҡ, Эрнст Геккелдең «Монистар лигаһы» ағзаһы була һәм Вильгельм һәм Эрнст Леммер менән Немец демократик студенттары империя федерацияһында, Немец демократик партияһы йәштәр ойошмаһында эшләй. 1920 йылдың 19 майында Мюнхен ҡалаһында Адольф Гитлер сығыш яһаған саҡта, йәһүдтәргә ҡарата нәфрәтте ҡабул итмәү ымлығын әйткәндән һуң, уны залдан сығарып ташлайҙар. Ҡатынының апаһы, национал-социализм дәүерендә ҡаршылыҡ хәрәкәте көрәшсеһе Гертруд Штевен аша ул үҙенә көслө йоғонто яһаған швейцария теологы Карл Барт менән таныша. Уның формалашҡан донъяға ҡарашы теләһә ниндәй милләтселекте лә, антисемитизмды ла кире ҡаға.
1929 йылдан 1949 йылға тиклем Эссендә Rheinische Stahlwerke ҡорос ҡойоу предприятиеһында юрист булып эшләй. 1933 йылдан алып 1939 йылға тиклем Кёльн университетында тау һәм коммерция хоҡуғын уҡыта. 1936 йылдан 1949 йылға тиклем юрист хеҙмәтенән тыш Эссендә Rheinische Stahlwerke шахта директоры була. 1930-1933 йылдарҙа национал-социализмға оппозицияла тороусы Христиандарҙың социаль халыҡ хеҙмәте ағзаһы булып тора. Веймар республикаһы осоронда Рейхсбаннер республика ойошмаһына ҡарай. 1933 — 1945 йылдарҙа Тәүбә килтереү сиркәү нацизмға ҡаршы ойошмаһы ағзаһы, ә 1936—1950 йылдарҙа «Үҫмерҙәр христиан ассоциацияһы» рәйесе була.
Өсөнсө рейх йылдарында Эссенда Изге Павел сиркәүенең пресвитеры була. Юғары квалификациялы юрист булыуы арҡаһында, ул тиҙҙән Тәүбә килтереү сиркәүенең төбәк-ара юридик кәңәшсһе һәм Рейн өлкәһендәге Тәүбә килтереү сиркәүенең юридик кәңәшсеһе һәм Рейн өлкәһендәге Тәүбә килтереү сиркәүенең Синод вәкиле вәкиле булып китә. 1939 йылда, эске конфессионализмды еңеп сығыу позицияһы кире ҡағылғандан һуң, ул Исповедальный сиркәүендәге бөтә вазифаларын ҡалдырып отставкаға китә. Эссендәге үҙенең сиркәү пресвитеры сифатында эҙәрлекләнеүсе христиандарға юридик ярҙам биреүен дауам итә һәм йәшеренеп йәшәгән йәһүдтәрҙе ашатыуҙы хәстәрләй. Шул уҡ ваҡытта ул дәүләт органдары менән һаҡ була, компромистарға бара һәм 1945 йылға тиклем бер тапҡыр ҙа ҡулға алынмай. 2009 йылда ғына билдәле булыуынса, ул ике формаль нацистар ойошмаһы ағзаһы була, әммә «партия» йәки НСДАП. ағзаһы булмай. Тәүге ойошма — Хоҡуҡ яҡлау буйынса Национал-социалистик союз (NSRB), бында судья, адвокат һәм нотариустар сифатында сығыш яһаусы бөтә адвокаттаринергә тейеш була, һәм икенсе ойошма — «Национал-социалистик халыҡ хәйриәте» (NSV), хәйриә учреждениелары эшмәкәрлеген көйләгән.
1945 йылдың октябрендә советы вәкилдәре менән бергә башҡа Германия Инжил Сиркәүе (ЕЦГ) Советы вәкилдәре менән Штутгарт ғәйеп таныу документына ҡул ҡуя. 1949 — 1962 йылдарҙа Рейн өлкәһендәге протестант сиркәүе етәкселеге составына инә. 1949 — 1955 йылдарҙа ЕЦГ синод дөйөм герман синоды президенты була. 1948 — 1961 йылдарҙа шулай уҡ Бөтә донъя сиркәүҙәр советы янындағы халыҡ-ара эштәр буйынса комиссия составына инә.
Һуғыш тамамланғандан һуң, Христиан-демократик союз (ХДС) партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып сығыш яһай. Британия хакимиәте оккупацион ғәскәрҙәре обер итеп тәғәйенләйҙәр. 1946 йылда уны британия оккупация хакимиәте Эссен ҡалаһында ғәскәр обер-бургомистры итеп тәғәйенләй һәм 1949 йылға тиклем шул вазифала ҡала. 1945—1949 йылдарҙа рәйесе вазифаһын биләү менән бер үк ваҡытта Көньяҡ-немец тимер юл компанияһы (SEG) рәйесе һәм 1952 йылға тиклем күҙәтеү советы ағзаһы булып ҡала. 1947 −1950 йылдарҙа Төньяҡ Рейн — Вестфалияла ХДС партияһынан ландтаг депутаты, хөкүмәт тарафынан 1947—1948 йылдарҙа ер хөкүмәтенең юстиция министры епосын биләй. 1949 йылдың сентябренән 1950 йылдың октябренә тиклем Аденауэр хөкүмәтендә Германия эске эштәр министры вазифаһын биләй. 1950 йылдың 31 авгусында министрҙар кабинеты ултырышында канцлер федераль полиция һәм европа армияһында немец хәрбиҙәре ҡатнашыуы тураһында йәшерен һөйләшеү алып барғанын белдерә. Был Һейнеман менән киҫкен конфликтҡа килтерә, улар бер-береһен ғәйепләй. Һөҙөмтәлә министр отставкаға китергә ғариза бирә. Ул адвокат практикаһын яңырта һәм Дитер Поссер менән берлектә Эссендә юридик фирма ойоштора.
1952 йылда нигеҙ Һайнеман ХДС составынан сыға һәм хөкүмәттең Германияны ремилитаризациялау сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһап, һул христиан йүнәлешле Дөйөм герман халыҡ партияһына нигеҙ һала[9]. Әммә 1953 йылғы бундестагка һайлауҙарҙа, бөтәһе 1,2 % тауыш алып, уның партияһы еңелә һәм тиҙҙән таратыла. 1957 йылда ул Социал-демократик партияһына инә һәм бундестаг ағзаһы булып китә. 1957—1958 йылдарҙа бундесверҙың ядро ҡоралы пландарына киҫкен ҡаршы сыға. 1958—1969 йылдарҙа партияның федераль идаралығына инә.
1966 йылдың декабренән 1969 йылдың мартына тиклем ФРГ юстиция министры вазифаһын биләй. Ул реформаларҙың ике проектын: консерватив, йәки тотҡарлауға (сдерживание) (1962), һәм либерал, бында енәйәтселекте иҫкәртеүгә һәм енәйәтселәрҙе реабилитациялауға (1966) күберәк иғтибар бирелә, тәҡдим итә. 1969 йылда холоҡ төҙәтеү йорттары, ресоциализация буйынса тәҡдимдәрҙе индереп, ҡулға алыу менән алмаштырыла. Тәүге тапҡыр башҡарылған енәйәттәр рецидивы көсәймәүе маҡсатында, алты айға тиклем яза биреү айырым осраҡта ғына булыуы мөмкин. Ҙур булмаған хоҡуҡ боҙоуҙар административ хоҡуҡ боҙоуҙар тип үҙгәртелә.
1951 йылда өлөшләтә төҙөлгән сәйәси енәйәт хоҡуғы, 1968 йылдың 8 июнендә енәйәти законға 8-се үҙгәртеүҙәр индереү законы ярҙамында либералләштерелә: хәҙер элек енәйәти закондағы бәхәсләшергә мөмкин булмаған дәүләт яҡлауы тураһындағы ҡарарҙарға ҡаршы ҡарар сығарып була. Ғәмәлдән сығарылған положениелар буйынса ҡулға алыныусыларға амнистия бирергә була. Шул уҡ ваҡытта министр нацист енәйәттәре өсөн срогы үтеү айҡанлы ҡулланылмаҫҡа, хатта арттырылырға тейеш тигән ҡәтғи тәҡдим индерә. Шулай уҡ хоҡуҡи ҡанундарҙы үтәү тәжрибәһендә енси енәйәттәргә айырым иғтибар бирә, һәм ир менән ҡатындың хыянатын һәм ирҙәрҙең гомосексуаллеген (175 статья) енәйәт тип һанамау буйынса күҙәтеү алып бара. Әммә СДПГ-ның күпселегенән айырмалы, ул, көсләнеү осрағы менән бәйле этик күрһәткес булғанда аборт рөхсәт ителеүе мөмкин тип сығыш яһай. 1968 йылдың март айында федераль Конституция суды уның дини ҡараштары буйынса мотлаҡ үтәлергә тейешле хәрби хеҙмәт итеүҙән баш тартыусылар һәм был бурысты альтернатив хеҙмәткә алмаштырыуҙы һорағандарҙы яҡлауын хуплай. Шул уҡ йылда күптәр өсөн уның, үҙе элек ҡасандыр күп тапҡыр тәнҡитләгән «Ғәҙәттән тыш хәл тураһында» проектын хуплауы көтөлмәгән яңылыҡ була. 1968 йылдың апрель башында сәйәсмән «Яңы йәмғиәт» исемле СДПГ журналында «Видение прав человека» тигән эссе баҫтырып сығара. Был хеҙмәтендә юғары белем өлкәһендә кардиналь реформалар үткәреүҙе талап итә, шулай уҡ кешенең социаль, иҡтисади һәм мәҙәни хоҡуҡтары аша граждандарҙың либераль хоҡуҡтарын киңәйтеү буйынса сығыш яһай. Канцлер Кизингерҙың Руди Дучкеға һөжүм итеүҙә студенттарҙы ғәйепләүенә ҡарата яуап итеп, протест — демократияға ышаныстың тәрән кризисы һәм ризаһыҙлыҡ белдереүселәр яуапылығы менән бер рәттән, ғәйептең ҙур өлөшө власҡа ҡағыла.
Башта ул дәүләт башлығы сифатында ҡаралмай, әммә уның студент хәрәкәте менән бәйле әүҙем позицияһы ахырҙа уның кандидатураһын тәҡдим итеүгә алып килә. 1969 йылдың 1 июлендә ул федераль президент вазифаһына тәҡдим ителә, еңеү өсөн хәл иткес ролде СвДП ағзалары тауышы уйнаны.
Президент вазифаһын башҡарғанда, һуғыштан һуңғы демократияны система етешһеҙлектәрен тәнҡитләп йыш сығыш яһай. Шул иҫәптән граждандарҙың, парламентаризмға өҫтәмә сифатында плебисцит форматтары иҫәбенә, партия һәм властарға ҡарата үҙ инициативаһын нығытырға ынтылған. Тыныслыҡты һәм конфликттарҙы (DGFK) тикшереү немец йәмғиәте төҙөп, тыныслыҡты нығытыуҙы иғлан итә. Ул яҡлы булып Көнсығыш һәм Көнбайыш араһында үҙ-ара аңлашыуы яҡлы була, шулай уҡ үҙенең халыҡ-ара визиттары ярҙамында, шулай уҡ Германияның Европаның элекке оккупацияла ҡалған илдәр менән татыулыҡ урынлаштырыу сәйәсәтен дауам итә. 1974 йылды 30 июнендә, һаулығы насарайыуы арҡаһында, вазифаһын ҡалдыра..
1972 йылда Г. Һайнеман президентлығы осоронда ГФР Мюнхен ҡалаһында XX йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итте. Һайнема уйындарҙы үҙе асты.
Тотҡонда ултырыусы «Ҡыҙыл Армия фракцияһы» лидерҙарының береһе Ульрика Майнхоф менән хат алышҡаны өсөн, консерватив һәм протестант даирәләренең тәнҡитенә дусар ителә.
Уның ҡыҙы, Кристина, ФРГ-ның буласаҡ президенты Йоханнеса Рауға кейәүгә сыға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.