Үҙәк Калахари һунар ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙәк Калахари һунар ҡурсаулығы (ингл. Central Kalahari Game Reserve) — Ботсванала Калахари сүлендәге милли һунар ҡурсаулығы. 1961 йылда асыла һәм 52 800 км2 майҙанды биләй — Ботсвананың иң ҙур ҡурсаулығы һәм донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй[1].
Үҙәк Калахари һунар ҡурсаулығы | |
---|---|
ингл. Central Kalahari Game Reserve | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 52 800 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1961 йыл |
Урынлашыуы | |
21°53′22″ ю. ш. 23°45′23″ в. д.HGЯO | |
Үҙәк Калахари һунар ҡурсаулығы Викимилектә |
Паркта ҡырағай хайуандарҙың күп төрҙәре йәшәй: жирафтар, леопардтар, арыҫландар, гиена һымаҡ эттәр, гепардтар, Африка һөйәлле сусҡалары, гиеналар, зәңгәр гнулар, канналар, сернобыктар, антилопалар, куду һәм башҡалар.
Ҡурсаулыҡ рельефы күпселек өлөшөндә ҙур булмаған убалар менән тигеҙлектән ғибәрәт, улар ҡыуаҡтар һәм ҡомло дюналарҙы ҡаплап торған үлән менән ҡапланған. Парк территорияһында эре ағастар үҫә.
Үҙәк Калахари ҡурсаулығындағы йылға үҙәндәренең күбеһе ҡороған, тоҙ соҡорҙары бар. Парк территорияһы буйлап дүрт ҡороған йылғаның үҙәне киҫеп үтә. Уларҙың береһе — «Алдау үҙәне» — яҡынса 16 000 йыл элек формалаша башлай[2]. Үҙенең исемен ул ҡороған йылғаларҙа һәм күлдәрҙә һыу бар кеүек тойолған мираждарҙан алған.
Хәҙерге ҡурсаулыҡ территорияһында бер нисә мең йыл дауамында бушмен ҡәбиләләре йәшәгән[3]. Әммә 1990-сы йылдар уртаһында Ботсвана хөкүмәте күсмә халыҡты күсерергә маташҡан, быны уларҙың паркта булыуы ҙур иҡтисади зыян килтерә тип аңалатҡан (туристарҙың һаны артыуына ҡарамаҫтан).
1997 йылда бөтә бушмендарҙың дүрттән өс өлөшө ҡурсаулыҡ территорияһындағы ваҡытлыса лагерҙарға күсерелә; 2005 йылдың октябрендә хөкүмәт ҡалған кешеләрҙе күсереү өсөн көс ҡуллана. Хәҙер паркта 250 күсмә халыҡ вәкилдәре йәшәй.[2]
2008 йылдың сентябрь уртаһында көслө янғын ҡурсаулыҡтың ҙур өлөшөн юҡ итә. Янғындың сәбәбе асыҡланмаған.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.