From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрмәкәй (рус. Урмикеево) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.
Ауыл | |||||
Үрмәкәй | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 827 кеше йәшәй, шул иҫәптән 400 ир-ат һәм 427 ҡатын-ҡыҙ.[1].
2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 785 кеше теркәлгән[2].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 98 башҡорт йәшәгән[3]. 1850 йылғы ревизия 20 йортта 107, ә 1859 йылда 22 йортта 140 башҡортто теркәгән[3].
1755 йылда Үрмәкәй халҡы үҙ аҫаба ерен билдәле урыҫ сәнәғәтселәр ғаиләһе Строгановтарға һатыу сәбәпле, XVIII быуаттың уртаһынан алып ауылда йәшәүселәрҙең үҙ ере булмай[3].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 488 бот ярма икмәк сәскән[3].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Урмекеево по IX ревизии 1850 г. |
Р.Р.Аҫылғужин фекеренсә Үрмәкәй ауылында башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәй[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.