Үрге Ҡаръяуҙы (рус. Верхние Карьявды) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 34 кеше[1]. Почта индексы — 452221, ОКАТО коды — 80256825007; ОКТМО коды - 80 656 425 106; ГКГН номеры - 0520717.
Үрге Ҡаръяуҙы | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
Аҫаба башҡорттар биләгән биләмәләрҙә бер нисә Ҡаръяуҙы ауылы булған. Унда, нигеҙҙә, Ҡыр-Йылан ырыуы аҫабалары йәшәгән. Хәҙерге заманда Үрге Ҡаръяуҙы һәм Яңы Ҡаръяуҙы ауылдары Саҡмағош районына ҡарай. Атамаһы кеше исеменән алынған. Мәҫәлән, XIX быуат башында Бүләк ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, көмөш миҙал кавалеры, аҫаба башҡорт Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин һәм улуста ышаныслы кеше булараҡ танылған Вәлиша Ҡаръяуҙиндың йәшәүе билдәле[2].
Ҡаръяуҙы ауылы тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1673 йылдағы документта бирелә. Унда типтәр Хөсәйен Ҡасаев атай-олатайҙарының 1673 йылдың 23 февралендә төҙөлгән Килешеү нигеҙендә был ерҙәргә башҡорт Супты Ҡолһарин тарафынан индерелеүен билдәләп үтә. Ҡыр-Йылан улусының Ҡаръяуҙы ауылы башҡорто Китап Тләнсиев, иптәштәре менән бергә, 1723 йылдың 8 авгусында Байбулат ауылы типтәре Ишем Кинзинды үҙенең аҫаба ерҙәренә индерә һәм унда йорт һәм башҡа ҡаралтылар төҙөргә рөхсәт итә. Шул уҡ Китап Тләнсиев һәм уның ауылдашы Бикҡол Шардыбаев, улус кешеләре менән бергә, 1737 йылдың 10 декабрендә Байбулат ауылынан яһаҡ татары Ҡуҙмаш Күҫәковты балалары һәм туғанының улы Юмай Йосопов менән бергә үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерә[2].
Тәүҙә ауыл Ҡаръяуҙы, артабан Иҫке ҡаръяуҙы, ә бөгөн иһә Үрге Ҡаръяуҙы тип атала. XVIII быуат аҙағында үткәрелгән V рәүиз материалдарында 17 ихатала 125 башҡорттоң һәм алпауыт Тәфкилевтың 17 ихатаһында 37 татарҙың йәшәүе теркәлә. Ни сәбәптәндер типтәрҙәр тураһынеда мәғлүмәт бирелмәй. Уның ҡарауы 1834 йылда типтәрҙәр һаны 118 кешегә етә, ә башҡорттар 211 кеше була. 1870 йылда ауылдағы 103 ихатала 566 башҡорт һәм 92 татар йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда йәшәгән 804 кеше үҙҙәрен башҡорт тип күрһәтә[2].
1843 йылда 211 башҡортҡа 272 бот ужым, 552 бот яҙғы иген сәселә, 4 бот картуф ултыртыла. 1909 йылда министрлыҡ училищеһында 19 уҡыусы белем ала[2].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 34 | 17 | 17 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 24 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Ҡаръяуҙы): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 69 км
Билдәле шәхестәре
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (17.09.1947—24.04.2020), юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника эшмәкәре (2007), юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), мәғариф отличнигы (1997), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007)[3][4][5].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.