Үрге Маншыр (рус. Верхнеманчарово) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 524 кеше булған[3].
Почта индексы — 452282, ОКАТО коды — 80230826004.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Ябырға
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө |
Бөтә халыҡ |
Ир-егеттәр |
Ҡатын-ҡыҙҙар |
Ир-егеттәр өлөшө (%) |
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
1920 йыл 26 август | | | | | |
1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
1939 йыл 17 ғинуар | 1585 | 781 | 804 | 49,3 | 50,7 |
1959 йыл 15 ғинуар | 1087 | 469 | 618 | 43,1 | 56,9 |
1970 йыл 15 ғинуар | 956 | 419 | 537 | 43,8 | 56,2 |
1979 йыл 17 ғинуар | 756 | 326 | 430 | 43,1 | 56,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 572 | 251 | 321 | 43,9 | 56,1 |
2002 йыл 9 октябрь | 575 | 271 | 304 | 47,1 | 52,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 524 | 239 | 285 | 45,6 | 54,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 21 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 102 км
- Нуретдинов Әнүәр Нуретдин улы (1916—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы (15.05.1927—10.09.2017), нефть сәнәғәте алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданины (1983).
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (1.04.1962), театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан (2003) һәм Татарстан (2006) Республикалаоының халыҡ артисы.
- Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (19.02.1930), ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Илеш районының почётлы гражданы (2012).
- Хафизов Айрат Рим улы (5 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-инженер. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан тау-нефть факультеты деканы; 2016—2020 йылдарҙа нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989), Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2013).