Үрге Бишенде
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Бишенде (рус. Верхние Бишинды; боронғо атамалары Бишенде, Оло Бишенде, Урта Бишенде ) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 708 кеше булған[2]. Үрге Бишенде ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452797, ОКАТО коды — 80251810001.
Ауыл | |
Верхние Бишинды башҡ. Үрге Бишенде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452797 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауылдың атамаһы ‘үрге’ һүҙе һәм Бишенде йылғаһының исеме ҡушып яһалған[3].
Ҡыр-Йылан улусының аҫаба ерендә Бишенде йылғаһы буйында шул уҡ исемле ауылдар урынлашҡан. Шуларҙың береһе — Үрге (йәки Урта) Бишенде, ҡыр-йылан башҡорттарының тораҡ пункты. Бына уларҙың исемдәре: Балтаҡай Байгилдин, Хәсән һәм Мөхәмәтйән Балтаҡаевтар, Сәйфүлмөлөк Шаҡаев, Усман Әмиров, Миңлебай Ярмөхәмәтов, Ғабдулла Ишҡулов, Абдулнасир Юлдашев, Габдулваһап Юлбарисов, Афлатун Рамазанов, Батырша Мөрсәлимов, Йәғәфәр Үтәғолов, Монасип Мөҡсинов, Шәһиәхмәт Ишмөхәмәтов, Әбдрәшит һәм Әбдрәзаҡ Мортазиндар, Исламғол Аҙнағолов (улдары Мырҙағол, Рамаҙан), Юлбарис Ҡорбанғолов, уның улдары Юлдаш, Әбделвәхит, Рахманғол.
Ауыл башта Бишенде тип атала, XVIII быуаттың икенсе яртыһында Түбәнге Бишенде ауылы барлыҡҡа килгәс, ауыл хәҙерге исемен ала.
XVIII быуаттың 40-сы йылдары аҙағынан ауыл милли ҡатнашҡа әүерелә. Өфө губернаһы канцелярияһының 1747 йылдың 17 мартындағы указына ярашлы был ауылға 7 ихатаһы менән яһаҡлы татар Бикмәт Бигашев күсеп килә. 1760 йылдың 9 мартындағы килешеүгә ярашлы, Ҡыр-Йылан башҡорттары уның улы Пулатай Бикметовҡа "иптәштәре менән" улус ерҙәрен артабан да файҙаланырға рөхсәт итә, «уларға ҡамасауламаҫҡа». Шул уҡ йылда Байлар улусынан 8 ғаиләнән башҡорттар ҡабул ителә. Ҡабул иткән өсөн аҫабалар уларҙан бер юлы 30 һум аҡса һәм йыл һайын ихатанан 15 тин аҡса ала. 1806 йылдың 12 июнендә поход старшинаһы Темир Мәсәғотов һәм башҡалар типтәр Әбделмән Сулюковты ауылға индерәләр.
Барлыҡ керҙәштәр — яһаҡлы татарҙар, Байлар улусы башҡорттары — типтәрҙәр ҡатламына күсәләр.
1834 йылда 162 башҡортҡа 16 бот ужым, 256 бот ярауай иген сәселә, 36 бот картуф ултыртыла.
XIX быуаттың икенсе яртыһынан ауылда тимерлек, 3 мәсет, 2 тирмән, почта бүлексәһе, 2 кибет була, кесаҙна баҙар үткәрелә. Бында улус идараһы урынлашҡан булған.
1795 йылда 16 ихатала 103 башҡорт һәм 162 типтәр йәшәгән. 1870 йылда 110 ихатала 401 ир-ат, 384 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгәне күрһәтелә. .
1897 йылда бөтәһе 179 ихатала 500 ир-ат һәм 508 ҡатын-ҡыҙ; ә 1905 йылда 195 ихатала 595 ир-ат һәм 549 ҡатын-ҡыҙ; 1920 йылда 277 ихатала 744 ир-ат һәм 738 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгән.
1870 һәм 1920 йылдар мәғлүмәттәре халыҡтың этник составын дөрөҫ сағылдырмай, бында аҫаба-башҡорттар (1917 йылда 37 кеше), типтәрҙәр составындағы керҙәш-башҡорттар һәм татарҙарҙан типтәрҙәр йәшәгән[4].
Ауылда төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1482 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1115 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 828 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 525 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 641 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 725 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (84 %)[6].
Алыҫлығы:[7]
Урам исеме[8]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.