![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/cc/Taking_measurements.jpg/640px-Taking_measurements.jpg&w=640&q=50)
Үлсәү
физик дәүмәлдең һан менән билдәләнеше / From Wikipedia, the free encyclopedia
Үлсәү — бер (үлсәнеүсе) дәүмәлдең икенсе, бөтә ҡатнашыусылар тарафынан берәмек итеп ҡабул ителгән, техник сараларҙа (үлсәүҙәр сараһында) һаҡланған икенсе шул уҡ төрҙәге дәүмәлгә сағыштырмаһын табыу өсөн башҡарылған ғәмәлдәр йыйылмаһы. Үлсәнеүсе дәүмәлдең һан ҡиммәте тип үлсәү һөҙөмтәһендә табылған һан атала. Физик дәүмәлдең ҡиммәте тип ҡулланылған берәмектең тамғаланышы менән бергә һан ҡиммәте атала.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/82/Measuring_Tape_Inch%2BCM.jpg/640px-Measuring_Tape_Inch%2BCM.jpg)
Физик дәүмәлде тәжрибә юлы менән үлсәү төрлө үлсәү саралары — үлсәмдәр, үлсәү приборҙары, үлсәү үҙгәрткестәр, системалар, ҡоролмалар һәм башҡалар ярҙамында башҡарыла. Физик дәүмәлде үлсәү бер нисә этапты үҙ эсенә ала: 1) үлсәнеүсе дәүмәлде берәмек менән сағыштырыу; 2) ҡулланыу өсөн уңайлы булған формаға үҙгәртеү (төрлө индикация ысулдары).
- Үлсәү принциптары — үлсәү нигеҙенә һалынған физик күренеш йәки эффект.
- Үлсәү ысулдары — үлсәнеүсе физик дәүмәлде, ҡулланылған үлсәү принцибына ярашлы, уның берәмеге менән сағыштырыу алымы йәки алымдар йыйылмаһы. Үлсәү ысулы ғәҙәттә үлсәү саралары менән бәйле.
Үлсәү аныҡлығының характеристикаһы булып уның хатаһы йәки билдәһеҙлек тора. Үлсәүгә миҫалдар:
- Иң ябай осраҡта, бүлемдәре булған линейканы ниндәйҙер деталгә һалып, асылда уның үлсәмен линейкала һаҡланған берәмек менән сағыштыралар, үлсәүҙе башҡарып, дәүмәлдең (деталдең оҙонлоғоноң, бейеклегенең, ҡалынлығының һәм башҡа параметрҙарының) ҡиммәтен табалар.
- Үлсәү приборы ярҙамында күрһәткестең урынын алмаштырыуына үҙгәртелгән дәүмәлдең үлсәмен был приборҙың шкалаһында һаҡланған берәмек менән сағыштыралар, һәм иҫәпләү башҡаралар
Үлсәү башҡарырға мөмкин булмаған осраҡтарҙа (физик дәүмәл булараҡ билдәләнмәгән, йәки был дәүмәлдең үлсәү берәмеге билдәләнмәгән) бындай дәүмәлдәрҙе шартлы шкалалар буйынса баһалау практикалана, мәҫәлән, ер тетрәү интенсивлығының Рихтера шкалаһы, Моос шкалаһы — минералдарҙың ҡатылығы шкалаһы.
Һанлы характеристикаһын күрһәтмәйенсә сағыштырыу үлсәүҙең айырым осрағы булып тора.
Үлсәүҙәрҙең бөтә аспектын өйрәнеүсе фән метрология тип атала.