From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҫынды (рус. Кысынды) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 394 кеше[3]. Почта индексы — 453033, ОКАТО коды — 80203825006.
Ҡыҫынды | |
Ҡыҫынды | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Архангел районы |
Халыҡ һаны |
365 кеше (2002)[1], 394 кеше (2009)[1], 304 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453033 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар93 % тәшкил итә[4]. 1906 йылда — 300; 1920—456; 1939—586; 1959—424; 1989—342; 2002—365; 2010—304 кеше йәшәгән[5].
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
365 | 394 | +29 | +7,95 |
Еҙем йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡыҫынды йылғаһы буйындағы утар XVIII быуаттың 70-се йылдарында шул уҡ исемле ауылға әүерелә (Ҡыҫынты — башҡортса һүҙе — русса теснина). Ауылға Йәрембәт, Муллаҡай ауылы кешеләре нигеҙ һалған.
1795 йылда Ҡыҫынды ауылы 70 кеше йәшәгән 14 ихатанан тора. 1816 йылда бында 103 кеше һәм 15 ихата булған, X рәүиз буйынса 35 ихатала 170 кеше йәшәй. ХХ быуат аҙағында 52 йортта 268 кеше була.
Мәсет янында башланғыс дини мәктәп эшләгән.
Халҡы — малсылар. 144 кешегә 160 ат, 125 һыйыр, 90 һарыҡ, 80 кәзә тура килгән. 1843 йылда 96 бот ужым һәм 136 бот яҙғы иген сәселгән. Умартасылыҡ күршеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ торошта булған: 60 умарта һәм 40 солоҡ[7].
Ҡыҫынды ауылы мәсете тарихы[8]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.