![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e4/Brantha_ruficollis_In_Taimyr_Reserve.jpg/640px-Brantha_ruficollis_In_Taimyr_Reserve.jpg&w=640&q=50)
Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ[14] (лат. Branta ruficollisRuficollis Branta) — өйрәклеләр ғаиләһенән һыуҙа йөҙөүсе ҡош. Йыуан суҡышлы һәм ҡыҫҡа муйынлы, тышҡы күренеше менән бәләкәй ҡаҙҙы хәтерләтә. Төҫө сағыу һәм контраслы, үҙенә ҡуңыр-ерән, аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе берләштерә. Һирәк осрай торған ҡош төрө, Рәсәй территорияһында тундрала, башлыса Таймырҙа һәм уның менән күрше өлкәләрҙә оя ҡора. Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйында, көньяҡ Каспий янында ҡышлай. Үҫемлек аҙыҡтар менән — шытып сыҡҡан йәшел үлән, ҡышлауҙа һәм осоп үтеүендә — даланың ваҡытлыса ҡыяҡлылары, иген ужым культуралары менән туҡлана. Йылына бер тапҡыр июнь—июль айҙарында оя ҡора, 3-9 йомортҡа һала. Еңел эйәләшә һәм йорт ҡошона әйләнә[15]. Халыҡ-ара һәм төбәктәрҙең Ҡыҙыл китабы һағы аҫтына алынған, тәбиғәтте һаҡлау буйынса бер нисә халыҡ-ара конвенцияларға индерелгән. Ҡарағаҙға һунар бөтә ерҙә лә тыйылған.
Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ | |
![]() | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | B. ruficollis |
---|---|
Масса | 1,095 килограмм[1], 90 грамм[2] һәм 1,375 килограмм[2] |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Branta ruficollis Pall., 1769[3][4][5][…] |
Таксономия рангыһы | Төр[3][4][6][…] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Ҡара ҡаҙ[3] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Red-breasted Goose[4][7][5][…], Roodhalsgans[4][5][8][…], Barnacla cuelliroja[4][5][8][…] һәм Bernache à cou roux[4][5][8][…] |
Тәүге атамаһы | A. ruficollis[d] |
Эндемик булган төбәктәр | Nal Sarovar Bird Sanctuary[d][9] һәм Thol Lake[d][10] |
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы | Юғалыуға бирешеүсе төрҙәр[d][11] |
![]() | |
Вики-проект | Проект:Инвазионная биология[d] |
CITES Appendix | Appendix II of CITES[d][12] |
Размер выводка | 6,5[13] |
![]() |