Ҡыуаҡ
үҫемлектәрҙең йәшәү формаһы, күп йыллыҡ ағас һымаҡ үҫемлектәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыуаҡ — үҫемлектәрҙең йәшәү формаһы; бейеклеге 0,8 — 6 метр[1] булған күп йыллыҡ ағас һымаҡ үҫемлектәр. Ағастарҙан айырмалы рәүештә өлкәнәйгән ҡыуаҡтарҙа бер төп олон урынына бер нисә йәки күмәк һабаҡтар, шулай уҡ бер-береһен алмаштырып йәнәш үҫәләр. Ғүмер оҙонлоғо 10 — 20 йыл тәшкил итә.
Күп осраҡта урман сигендә (ҡыуаҡлы дала, урман-тундра) урынлашҡандар. Урмандарҙа ғәҙәттә тәпәш урманды барлыҡҡа килтерәләр.
Вәкилдәре: энәлек, барбарис.
Мөһим хужалыҡ әһәмиәтенә эйә емеш һәм еләк ҡыуаҡтары: ҡарағат, крыжовник һәм башҡалар.
Раункиерҙың йәшәү формалары системаһында фанерофиттарға ҡарай.