Ҡытай сәнәғәт һәм коммерция банкы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытай сәнәғәт һәм коммерция банкы (ҡыҫҡ. ICBC, ингл. Industrial and Commercial Bank of China) — Ҡытайҙың һәм донъяның иң эре коммерция банкы. Ҡытайҙың иң эре дәүләт банкыларының «Ҙур дүртәү»һенә инә. (Ҡытай банкы, Ҡытай ауыл хужалығы банкы һәм Ҡытай төҙөлөш банкы менән бер рәттән).
Ҡытай сәнәғәт һәм коммерция банкы | |
中国工商银行股份有限公司 | |
![]() | |
Тип |
Асыҡ компания |
---|---|
Листинг на бирже |
Ҡалып:Sse (А-акции) |
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Чэнь Сыцин (идара рәйесе) |
Тармаҡ |
Ҡалып:МСОК |
Шәхси капитал |
▲ 3,258 трлн юань |
Әйләнеш |
▲ 939,9 млрд юань |
Операцион килем |
▲ 860,9 млрд юаней |
Килем |
▲ 348,34 млрд юань |
Милке |
▲ 35,171 трлн юань |
Капитализация |
1,726 трлн юань |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
439 787 (2020)[2]</ref> |
Аудитор |
KPMG Huazhen LLP |
![]() | |
Банк 1984 йылда ойошторола, 2005 йылда яуаплылығы сикләнгән акционерҙар компанияһы итеп үҙгәртелә. 2006 йылдың октябрь аҙағында акцияларын асыҡ һатыуға тәүгә ҡуя һәм рекордлы $22 млрд йәлеп итә (донъя тарихында иң ҙур сумма). Ул 48,4 миллиард акция (дөйөм һандан 18 процент, шуларҙың 12 проценты Гонконг биржаһында һәм 6 процент Шанхайҙа) урынлаштыра[3][4].
2018 йылда банк алтынсы йыл рәттән Forbes компанияһы тарафынан йыл һайын баҫылып сыҡҡан Global 2000 эре асыҡ компаниялары рейтингында беренсе урынды биләй. (165,3 миллиард долларлыҡ табыш (18-се урын), 43,7 миллиард долларлыҡ саф килем (3-сө урын), 4210,9 миллиард долларлыҡ активтар (1-се урын) һәм 311 миллиард долларлыҡ капиталлаштырыу (14-се урын))[5]. Баҙар капитализацияһы буйынса Financial Times рейтингында ICBC 2015 йылда туғыҙынсы урынды биләй[6]. 2013 йылдан системалы әһәмиәткә эйә булған донъя банктарының береһе булып тора[7].