Ҡыр шпаты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыр шпа́ты (ҡыр шпаттары)— киң таралған төркөм, мәҫәлән, тау тоҡомон булдырыусы силикаттар класына ҡараған минералдар. Ҡыр шпаттарының күбеһе — К[AlSi3O8] — Na[AlSi3O8] — Са[Al2Si2O8] изоморф рәтенең өсләтә системаһының ҡаты иретмәләре вәкилдәре,уларҙың һуңғы вәкилдәре — ортоклаз (Or), альбит (Ab), анортит (An).
Ҡыр шпаты | |
Минерал онтағы төҫө | RAL 9002[d] |
---|---|
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 6 |
IMA Mineral Symbol | Fsp[1] |
Ҡыр шпаты Викимилектә |
Ике изоморф рәтте айыралар: альбит (Ab) — ортоклаз (Or) һәм альбит (Ab) — анортит (An). Тәүгеләренең минералдарында An10 % артмай , ә икенселәрендә —Or 10 % артмай. Тик натрийлы Ab-ҡа яҡын ҡыр шпаттарында , Or менән An иреүсәнлеге арта. Беренсе рәт ағзалары һелтеле (К-Na ҡыр шпаттары), икенсенеке — плагиоклаздар (Са-Na ҡыр шпаттары). Ab-Or рәтенең өҙлөкһөҙлөгө тик юғары температураларҙа ғына күренә, түбән температураларҙа улар пертиттарға айырыла.
Юғары температуралы санидин менән бер рәттән түбән температуралы калийлы ҡыр шпаттары микроклин һәм ортоклазға тарҡала.
Ҡыр шпаттары— иң ныҡ таралған тау тоҡомдары, улар Ер өҫтө массаһының 50 % тәшкил итә. Тарҡалғанда балсыҡ һәм башҡа ултырма тоҡомдарға әүерелә.