Ҡурған өлкәһендәге юҡҡа сыҡҡан ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡуйсан (рус. Куйсан) — Ҡурған өлкәһе Сафакүл районындағы юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылы.
Ҡуйсан | |
Нигеҙләү датаһы | 1794 |
---|---|
Дәүләт |
СССР Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе) |
Тамамланыу датаһы | 1963 |
Ҡуйсан ауылы 1794 йылда түңәрәк күл буйында барлыҡҡа килгән, уға Барын-Табын ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған була.
Ҡуйсанда төпәй, өрөк, ҡалмаҡ, туҡтағол, бүтис аймаҡтары булған. Мәсет эшләгән, уны совет осоронда клуб итеп файҙаланғандар[1].
Был ауылдан ирле-ҡатынлы Сауытовтарҙың милли кейемле фотолары С.Н. Шитованың китабында урын алған [2]
Киләсәкһеҙ ауылдар тигән күренеш — 1960-1970 йылдарҙа СССР-ҙа дәүләт сәйәсәте йүнәлеше. Был йүнәлеш сиктәрендә ауыл тораҡ пункттары селтәре үҙгәртеп ҡорола: киләсәкһеҙ тип танылған ауылдарҙың бер өлөшөн бөтөрөү һәм «агроҡалалар» булдырыу күҙҙә тотола.
Сәйәсәт халыҡты бәләкәй ауылдарҙан ҙур ауылдарға күсереүҙе һәм уларҙа ауыл халҡының төп өлөшөн, ауыл производствоһы һәм социаль-көнкүреш объекттарын туплауҙы үҙ эсенә ала[3].
Ҡуйсан ауылы ла ошондай ауылдар исемлегенә индерелә, 1963 йылда уға «киләсәкһеҙ» тигән мөһөр һуғылып, халҡы башҡа ауылдарға күсерелә[4]. Ауыл халҡын күрше Надеждино, Субботино, Бугуй, Сөләймән ауылдарына тараталар[5].
Ярты быуат тиерлек ваҡыт уҙғас, Ҡуйсан халҡының вариҫтары ауылдың юҡҡа сыҡҡан нигеҙенә бергә йыйылып, шул урында иҫтәлекле билдә урынлаштыра[6][7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.