Ҡояш
Ҡояш системаһындағы йондоҙ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡояш (символы: ) — Ҡояш системаһындағы берҙән-бер йондоҙ. Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866 % тәшкил итә. Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙар кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.
Ҡояш — Ҡояш системаһының үҙәге. Ҡояштың массаһы үҙе тирәләй әйләнгән бөтә планеталар массаһынан 750 тапҡырға артығырак. Бөтә йондоҙҙар кеүек үк Ҡояш та янар шар. Эсендә температура 15 миллион градусҡа етә. Ул иҫ киткес йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы. Ергә уның 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны йыһанға тарала. Әммә хатта шул өлөшө лә Ерҙәге ҡатмарлы процестарҙы тыуҙыра: һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар, штормдар.
Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла. Ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтар (таш күмер , нефть, торф һ.б.) миллион йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеүе, болоттар барлыҡҡа килеүе Ҡояш энергияһы ярҙамында башҡарыла.