Ҡорсаңғы
Sarcoptes scabiei ҡорсаңғы талпаны тыуҙырған йоғошло тире ауырыуы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡорсаңғы, бетсә (лат. scabies, рус. чесотка) — Sarcoptes scabiei ҡорсаңғы талпаны тыуҙырған йоғошло тире ауырыуы (акародерматит). Оҙайлы тура бәйләнеш һөҙөмтәһендә кешенән кешегә тапшырыла.
Ҡорсаңғы | |
| |
МКБ-10 |
B8686. |
---|---|
МКБ-9 |
133.0133.0 |
DiseasesDB |
11841 |
MedlinePlus |
000830 |
eMedicine | |
MeSH |
D012532 |
Ҡорсаңғы Викимилектә | |
Инә ҡорсаңғы талпандары тиренең өҫкө ҡатламдарында юлдар ҡаҙалар һәм унда йомортҡа һалалар. Зарарланғандан һуң 4-6 аҙна үткәс, сирлелә ҡысыу һәм папуловезикулёз сабыртмаһы рәүешендә беленеүсе аллергия реакцияһы барлыҡҡа килә, йыш ҡына икенсел эренле элементтар ҡушыла. Ҡорсаңғыны инсектицидтар ярҙамында дауалайҙар.
Иң таралған дерматологик ауырыуҙарҙың береһе: донъяла яҡынса 200 миллиондан ашыу кеше ҡорсаңғы менән яфалана. Был ауырыу тропик илдәрҙә, башлыса балалар һәм ҡарттар араһында, киң таралған. Шулай уҡ онотолған ауырыуҙар исемлегенә инә.