Ҡаҙаҡ яҙмаһы
Ҡаҙаҡ яҙма телеөсөн төрлө системалар алфавиты ҡулланылған, хәҙерге заманда кирилл, латин, ғәрәп графикаларына нигеҙләнгән алфавиттар ҡул / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаҙаҡ яҙма теле өсөн төрлө системалар алфавиты ҡулланылған, хәҙерге заманда түбәндәге графикаларға нигеҙләнгән алфавиттар ҡулланыла:
- Кирилл графикаһы — 1940 йылдан рәсми ҡулланыла, һәм Ҡаҙағстан Республикаһында яңы латин алфавиты менән йәнәш 2025 йылға тиклем ҡулланылырға тейеш. Ҡаҙаҡ ирреденталы .кириллица алфавиты Ҡырғыҙстанда, Рәсәйҙә, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, шулай уҡ Монголияла һәм элекке СССР-ҙың башҡа илдәрендәге диаспоралар тарафынан ҡулланыла.
- Латин графикаһы — Ҡаҙағстан Республикаһында латин графикаһына нигеҙләнгән алфавит рәсми рәүештә 2017 йылда раҫланды. Был алфавитҡа күсеүҙе тормошҡа ашырыу 2017-25 йылдар дауамында[1] планлаштырыла. Элек, 1929-40 йылдарҙа СССР һәм Монголия Халыҡ Республикаһы территорияларында Яңалиф, Ҡытайҙа 1964—1984 йй. пиньингә нигеҙләнгән латиница ҡулланылды.
- Ғәрәп графикаһы — Ҡытай Халыҡ Республикаһында рәсми рәүештә ҡулланыла. Шулай уҡ уны Афғанстандың, Ирандың һәм Паҡстандың ҡаҙаҡ диаспоралары ҡуллана.
Был мәҡәлә башҡорт теленә тулыһынса тәржемә ителмәгән. |
Ҡыҫҡа факттар Төп тема, Әҫәрҙең теле ...
Ябырға