Ҡауын (лат. Cucumis melo) — Ҡабаҡ һымаҡтар (Cucurbitaceae) ғаиләһендәге үҫемлек, төрө Ҡыяр (Cucumis)ырыуынан булған баҡса культураһы. Ҡабаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре йәшелсә бирә торған еле һабаҡлы баҡса үҫемлеге һәм шуның татлы емеше[1].
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡауын |
Емештәр |
Фәнни классификация |
---|
Аҫҡы батшалыҡ: | Йәшел үҫемлектәр |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Cucumis melo L., 1753
|
|
|
Ябырға
Тыуған ере булып Урта Азия һәм Кесе Азия иҫәпләнә. Ҡауын йылы һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Татырлы тупраҡҡа һәм ҡоролоҡҡа тотороҡло. Һауаның артыҡ дымлылығына бирешә. Бер төптән сортына һәм тәрбиәләүгә ҡарап икенән алып һигеҙгәсә емеш булырға мөмкин. Ауырлыҡтары 1,5 до 10 кг-са. Емеше м ҡабаҡсыҡ, шар һымаҡ йәки цилиндрға оҡшаш формала. Төҫө буйынса йәшел, һары, көрән йәки аҡ төҫтә булыуы мөмкин. Өлгөрөү осоро икенән алып алты айғаса.