From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡарамалы-Ғөбәй (рус. Карамалы-Губеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1083 кеше[1]. Почта индексы — 452786, ОКАТО коды — 80251830001.
Ауыл | |
Ҡарамалы-Ғөбәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы (гидроним һәм антропонимы атамаһынан) заводчик Осокиндың ер дачаһында барлыҡҡа килгән, шуға күрә унда йәшәүселәр башҡорт олоҫоноң керҙәштәре тип һаналмағандар.
Беренсе күскенсе Фәйзулла Ғөбәйевтың улы 1825 йылғы прошениеһында сауҙагәр татар тип аталған.
Унда ул ауылдаштары Ибраһим Ҡотлин, Тимеркей Әбделкәримов, Кәрим Әдбрәшитов, Иҫәнсул Ишмөхәмәтов, Хәмиҙулла Халиҡовты телгә ала.[2]
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар килеп төпләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1755 йылға тиклем керҙәш башҡорттар, икенселәре буйынса — 1756 йылдан һуң (аҫаба башҡорттар м‑н килешеү б‑са ер Үрге Троицк заводына оброк түләү шартында ҡуртымға бирелгәндән һуң) нигеҙ һалыуҙары билдәле. Халҡы һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. 1795 йылда 244 кеше , 1865 йылда 90 йортта — 500 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 йылда шулай уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Халҡы: 1906 й. — 1309 кеше; 1920 — 1446; 1939 — 1332; 1959 — 1230; 1989 — 1096; 2002 — 1052; 2010 — 1120 кеше.
Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.