Ҡалмаҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалмаҡ — төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ҡатай ҡәбиләләр берләшмәһенә ингән ырыу. «Ҡалмаҡ» (хальмг) этнонимы төрөк теленән алынған, «өлөш», «ҡалдыҡ» тигәнде аңлата.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: билдәһеҙ
| |
Тел | |
Дин | |
Халыҡ |
Ҡалмаҡ ырыуы — ислам динен ҡабул иткән монгол-ойраттарҙан айырылып ҡалған төркөм.
Ҡалмаҡ ырыу аралары( аймаҡтары) буран, буранәғараҡ, дүрнәй, ҡара — ҡалмаҡ, ҡарашҡаҡ, ҡатай, ҡашҡа, ҡулаҡ, ҡужаҡ, күскилде, симкә, түрәле, айүкә-ҡалмаҡ
Башҡорт ғалимы Р. Ғ. Кузеев этнографик төркөмдәр классификацияһына ярашлы ҡатай ҡәбиләләр берләшмәһенә ҡатай, һалйот, бәкәтин, һеңрән, терһәк, ҡалмаҡ, башҡорт казактары ырыуҙары инә, тип һанай.
Ырыу араһы булараҡ ҡалмаҡ шулай уҡ һыҙғы, ҡошсо, балыҡсы ырыуҙарына ингән.
Бөрйән (монаш, ямаш), түңгәүер (урман-түңгәүер), юрматы (ҡармыш), ҡыпсаҡ (ҡары-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ, сәнкем-ҡыпсаҡ), табын (кесе табын, дыуан -табын), мең (иләкәй -мең), үҫәргән (сураш, ҡатай (оло ҡатай, бала ҡатай, инйәр-ҡатай), көҙәй (шайтан-көҙәй) ҡәбиләләрендә лә ҡалмаҡ араһы бар.
Ҡалмаҡ ырыу-ара төркөмдәре, башҡортарҙан тыш, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтар ырыуҙар эсенә лә инә.
Башҡорт ҡалмаҡтарының туған теле — башҡорт теленең көнсығыш (ҡыуаҡан) диалекты.
Дине буйынса — мосолман сөнниҙәр.