From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғөҙөр — Исламда кешенең аҡларлыҡ, иҫәпкә алырлыҡ сәбәбе булыу[1]
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ауырыу намаҙ ҡалдырыуға сәбәп түгел икәне билдәле. Мосолман ауырыуы арҡаһында һушын, хәтерен юғалтыу йә аҡылдан яҙыу сәбәпле генә намаҙ үтәмәүе мөмкин. Ауырыған башҡа барлыҡ осраҡтарҙа ла мосолман фарыз намаҙын уҡырға тырышырға тейеш. Түшәктән тора алмағанда, хатта тәһәрәт ала алмағанда ла намаҙ мотлаҡ ғибәҙәт. Ятып ҡына тора алғанда башы менән генә хәрәкәттәр эшләп намаҙ уҡыла; тәһәрәтләнә алмаһа, ятҡан ерҙән тәйәммүм алып ҡына (мәҫәлән, өй ҡабырғаһына ҡулын һуғып) уҡырға мөмкин.
Әгәр кешенең бер намаҙ уҡыған аралыҡта берәй бүлендеһе сығып торһа, был кеше ғөҙөрлө һанала, ә үҙен «мәғҙур» тип атайҙар. Был хәл ауырыу арҡаһында танауҙан йәки башҡа ағзанан ҡанмы, эренме сығып торғанда була. Шулай уҡ тамсылап ҡына бәүел, һүл, арт юлдан боҙоҡ һауа сығып тороуы ла һәм башҡалар ғөҙөр һанала.
Ғөҙөрлө кешеләргә төрлө еңеллек ҡаралған. Ул тәһәрәт алып нәүбәттәге намаҙын, башҡа осраҡтарҙа тәһәрәт боҙола тип һаналған сәбәптәр булһа ла, уҡып бөтөрә. Ауырыу менән бәйле булмаған сәбәптәр генә тәһәрәтте боҙа тип һанала. Ошо уҡ тәһәрәт менән ул сөннәт намаҙҙарын тамамлағансы уҡый ала. Әммә фарыҙ намаҙ ваҡыты килеп еткәс, ул тәһәрәтен яңыртырға тейеш.
Фарыз намаҙҙы үтәгәнсе лә бүленделәре сығыуҙан туҡтамаған кеше ғөҙөрлө тип һанала. Әммә туҡтап торған мәле лә була икән, тәһәрәтләнеүҙе һәм фарыз намаҙҙы шул ваҡытҡа тура килтерергә тырышырға кәрәк.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.