Саҡмағош районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Ҡото (рус. Новокутово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 542 кеше булған[1]. Почта индексы — 452212, ОКАТО коды — .
Ауыл | |
Яңы Ҡото Яңы Ҡото | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34796 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡото ауылының атамаһы Йәлдәк улусы башҡорто исеменә бәйле. 1738 йылда тултырылған документта ошо улуста аҫаба башҡорт Ҡото Салтаевтың йәшәүе теркәлә. 1751 йылда балыҡлы һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға биреү тураһындағы яҙмала уның Ҡото ауылында көн иткән улы — Кинйә Кутин атап үтелә.
Шул уҡ ваҡытта Ҡото ауылының шәжәрәһендә Ҡотоноң Йазарбулаттың улы булыуы теркәлгән (тимәк ул Ҡото Йазарбулатов булып сыға). Шунда уҡ Ҡотоноң уландары атала: Уразай, Йәшҡыуат, Мирзаҡай, Кинйәғол, Туҡташ, Атнағол, Айҙағол. Кинйәғол, күрәһең, юғарыла атап үтелгән Кинйә Кутин булалыр тигән фараз барлыҡҡа килә[2].
1775 йылға тиклем тик Ҡото тигән бер генә ауыл була. Ә бына 1795 йылғы V рәүиз документтарында Иҫке Ҡото һәм Яңы Ҡото ауылдары күрһәтелә. Тимәк башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр йәшәгән Яңы Ҡото ауылына нигеҙҙе Йәлдәк улусы башҡорттары XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында (1776—1794 йй.) һала. V рәүиз документтарын буйынса Иҫке Ҡотола 109 башҡорт, 37 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. Ә Яңы Ҡото ауылында 145 башҡорт, 28 типтәр һәм 6 кешенән торған бер мишәр ғаиләһенең йәшәүе теркәлә[2].
1816 йылда Иҫке Ҡотола 100 башҡорт, 40 типтәр, ә Яңы Ҡотола 238 башҡорт һәм 20 типтәр йәшәй. 1859 йылғы рәүиз документтарында Яңы Ҡото ауылында 550 аҫаба башҡорттоң, 54 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә[2].
Аҫаба башҡорттарҙың бөтәһе лә — Рәсәй империяһының хәрби походтарында йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Ҡотой Солтанбәковтың вариҫтары. Ҡотой Солтанбәков үҙе тархан Солтанбәк Мәтиковтың улы булырға тейеш. Типтәрҙәр ауылға III (1762) һәм IV (1782) рәүиздәр араһында Бишҡурай ауылынан (хәҙер Илеш районына ҡарай) күсенеп төпләнә[3].
1843 йылда Иҫке Ҡото ауылында йәшәгән 112 башҡортҡа 104 бот ужым игене һәм 328 бот яҙғы иген сәселә. Яңы Ҡотола 313 башҡортҡа 224 бот ужым һәм 856 бот яҙғы иген сәселә. Иҫке Ҡотола 60 баш умарта, Яңы Ҡотола 200 баш умарта тотола, Иҫке Ҡотола 3 тирмән, ә Яңы Ҡотола 5 тирмән эшләй[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1247 | ||||
1920 йыл 26 август | 1570 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1544 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 976 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 615 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 564 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 542 | 261 | 281 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.