Яңысарҙар
Ғосман империяһы ғәскәренең даими пехотаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңысарҙар (төрөк. (йәничәри) — яңы сиреү, яңы ғәскәр) — Ғосман империяһының 1365—1826 йылдарҙағы даими пехотаһы. Яңысарҙар сипаһтар (ауыр атлы ғәскәр) һәм аҡынсылар (даими булмаған еңел атлы ғәскәр) менән бергә Ғосман империяһы ғәскәренең төп өлөшөн тәшкил иткән. Ҡапыҡоло (һүҙмә-һүҙ: ҡапҡа ҡоло, һарай ҡапҡаһы һаҡсыһы мәғәнәһендә; солтандың шәхси гвардияһы, рәсми рәүештә солтандың ҡолдары тип иҫәпләнгән профессональ яугирҙәрҙән торған) полктарының өлөшө булған. Яңысар полктары ғосман дәүләтендә полиция, һаҡ, янғын һүндереү, кәрәк булғанда, яза биреү функцияларын да башҡарған.