Япония
Көнсығыш Азиялағы утрауҙарҙа урынлашҡан дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Япо́ния (япон. 日本Нихон, Ниппон?, һүҙмә-һүҙ «Ҡояш ҡалҡҡан урын»[10]), рәсми атамаһы «Нихон коку», «Ниппон коку» (мәғл.) (япон. 日本国?) — Көнсығыш Азиялағы утрауҙарҙа урынлашҡан дәүләт. Япон диңгеҙенән көнсығышта Тымыҡ океанда урынлашҡан, Ҡытай, Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея, Рәсәй менән сиктәш. Төньяҡта Охот диңгеҙе, ә көньяҡта Көнсығыш Ҡытай диңгеҙенән алып Тайвангә тиклем территорияны биләй.
Был мәҡәлә һайланған мәҡәлә статусын үҙгәртергә кандидат. |
| |||||
Гимн: «Кими га йо» | |||||
Нигеҙләнгән | 11 февраль б.э.т. 660 йыл (рәсми)[1] III—IV быуат (ҡайһы бер тикшереүҙәр буйынса)[2] | ||||
Нигеҙләнгән | 11 февраль б.э.т. 660 йыл (рәсми)[3] III—IV быуат (ҡайһы бер тикшереүҙәр буйынса)[4] | ||||
Рәсми тел | япон[прим 1]. | ||||
Баш ҡала | Токио | ||||
Эре ҡалалар | Токио, Йокохама, Осака, Нагоя, Саппоро, Кобе, Фукуока, Киото, Кавасаки, Сайтама | ||||
Идара итеү төрө | парламентлы монархия | ||||
Император Премьер-министр | Нарухито Йошихиде Суга | ||||
Дәүләт дине | юҡ | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 61 377 944[5] км² 0,8 | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲126 958 000[6] чел. (10) 336,3 чел./км² (25) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
4,395 трлн[7] долл. 34,611[7] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
5,390 трлн[7] долл. 42 325[7] долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,890[8] (бик юғары) (17 урын) | ||||
Этнохороним | япон, япондар | ||||
Валюта | Япон иенаһы | ||||
Интернет-домен | .jp[d] | ||||
Код ISO | JP | ||||
МОК коды | JPN | ||||
Телефон коды | +81 | ||||
Сәғәт бүлкәте | JST[d], Asia/Tokyo[d][9] һәм UTC+9:00[d] |
Япония 6852 утрауҙан торған Япония архипелагында урынлашҡан[прим 2][11]. Иң эре дүрт утрау,Хонсю, Хоккайдо, Кюсю һәм Сикоку, ил майҙанының 97 процентын тәшкил итә. Күпселек япон утрауҙары таулы, вулканлы. Японияның иң юғары нөктәһе — Фудзияма (3776 м) вулканы. Халыҡ һаны (126 миллион кеше) буйынса ул донъяла унынсы урынды биләй. Японияның баш ҡалаһы Токио яҡын тирәләге префектуралары менән бергә — Оло Токио, донъялағы иң ҙур ҡала агломерацияһы(30 миллиондан ашыу кеше).
Япония дәүләте ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә[12]. Был ил номиналь ЭТП (Электрон сауҙа майҙансығы) буйынса донъяла өсөнсө һәм һатып алыу һәләте паритетынан хисапланған ЭТП буйынса донъяла дүртенсе урынды биләй. Япония — экспорт күләме буйынса донъяла дүртенсе, импорт буйынса — алтынсы урында. Ул донъяла берҙән-бер империя статуслы дәүләт.
Япония — тормош кимәле бик юғары булған, алға киткән ил (кеше потенциалы үҫеше индексы буйынса ун етенсе урында тора). Унда кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо 2009 йылда 82,12 йыл тәшкил итә[13]) Япония — сабыйҙар үлеме күрһәткесе иң түбән кимәлдә булған илдәрҙең береһе[14].
Япония «Оло етәү» һәм АТЭС ағзаһы булып тора, БМО Именлек Советының даими булмаған ағзаһы булып һайланып килә. Япония рәсми рәүештә һуғыш иғлан итеү хоҡуғынан баш тартһа ла, уның заманса ҡоралланған, төрлө һаҡланыу һәм тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнашырлыҡ ҙур армияһы бар.
Япония — донъяла йәҙрә ҡоралы һөжүменә дусар булған берҙән-бер ил.