From Wikipedia, the free encyclopedia
Юғары хоккей лигаһы — Ебәк юлы кубогы, ЮХЛ (рус. Высшая хоккейная лига — Кубок Шёлкового пути, ВХЛ)[1] — Континенталь хоккей лигаһынан ҡала Рәсәйҙәге һөнәри (профессиональ) хоккейҙың икенсе дивизионы. ЮХЛ ярыштарын «Юғары хоккей лигаһы» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойоштора. 2010 йылға тиклем шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы көсө буйынса икенсе чемпионат була. 2009 йылдың 24 ноябрендә ойошторола. 2010 йылдың 22 мартында ЮХЛ клубтарының тәүге йыйылышы үтә. 2018 йылдан алып Лиганың исеменә «Ебәк юлы кубогы» тигән һүҙҙәр өҫтәлә.
Юғары хоккей лигаһы — Ебәк юлы кубогы | |
ЮХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә | |
Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: | |
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
34 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: |
Һарыарҡа (Ҡарағанда) (2-се титул) |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: | |
Рәсми сайт: |
Юғары хоккей лигаһы составына Юғары хоккей лигаһы беренселеге лә керә. Юғары хоккей лигаһы беренселеге элек «Рәсәй хоккей лигаһы» тип атала ине. Лиганың күпселек командаларының Континенталь хоккей лигаһы клубтары менән бергә эшләү тураһында килешеүҙәре бар. ЮХЛ-дың ҡайһы бер командалары — КХЛ командаларының фарм-клубтары. Уйынсыларҙың КХЛ клубтарынан һәм кире күсеүҙәрҙән башҡа Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған КХЛ клубтарының йәштәр командаларынан күсеүҙәр һәм арендалар ҙа йыш күҙәтелә. Бынан тыш Юғары хоккей лигаһының ҡайһы бер клубтарының Йәштәр хоккей лигаһында йәштәр командалары һәм Юғары хоккей лигаһы беренселегендә үҙ фарм-клубтары бар.
2016 йылдың 28 июнендә РХФ-ның идараһы ЮХЛ чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын үҙенә кире ала.
Лигала 34 команда ҡатнаша: Рәсәйҙән 27, Ҡытай менән Ҡаҙағстандан өсөшәр һәм Үзбәкстандан бер клуб. Төп трофей — Владимир Петров исемендә Кубок. 2018 йылға тиклем төп трофей Братина Кубогы тип атала ине[2]. Ҡаҙағстандан «Һарыарҡа» хоккей клубы чемпионаттың ғәмәлдәге чемпионы була, ә «Торос» клубы — Братина кубогын иң күп тапҡыр яулаған команда. 2019 йылда лига составына Үзбәкстандан тәүге клуб керә.
2010 йылдың 30 июнендә Лигаға «Липецк» хоккей клубы инә[3], әммә финанс сәбәптәр арҡаһында команда чемпионатта ҡатнашыуҙан баш тарта, һәм 22 июлдә клуб лига составынан сығарыла[4]. «Химик» һәм «Крылья Советов» хоккей клубтарының лигаға инергә теләге бар[5], әммә уларҙың чемпионатта ҡатнашыу гарантиялары ныҡлы түгел. Бынан сығып, Юғары лига идараһы был командаларға бер йыл дауамындағы тайм-аут бирергә ҡарар итте[6]. Аҙаҡтан ике «Крылья Советов» (профессиональ һәм йәштәр хоккей клубтары) ҡушыла, һәм берләштерелгән команда лига составына инә. Чемпионатта барлығы 20 команда ҡатнашты.
2011 йылдың 31 майында Мәскәүҙә ЮХЛ-дың дөйөм йыйылышында лига составына Донецкиҙан «Донбасс», Красноярскиҙан «Сокол» һәм Клин ҡалаһынан "Титан хоккей клубтары ҡабул ителә[7][8]. 28 июндә Мәскәүҙең «Крылья Советов» командаһының 2011/12 йылдар миҙгелендә ҡатнашмаясағы билдәле була[9][10]. 7 сентябрҙә булған авиаһәләкәт арҡаһында «Локомотив» хоккей клубының яңынан төҙөлгән командаһы был миҙгелде Юғары хоккей лигаһында үткәрә. Чемпионатта 23 команда ҡатнашты.
2012 йылдың яҙ айҙарында «Кубань» (Краснодар)[11], «Һарыарҡа» (Ҡарағанды)[12][13], «Буран» (Воронеж)[14] и ТХК (Тверь)[15] хоккей клубтары лигаға инеү өсөн заявкаларын тапшыра. 30 май бөтә дүрт кандидат та лига составына алына[16]. Континенталь хоккей лигаһына күскән «Локомотив» урынына уның фарм-клубы «Локомотив ЮХЛ» уйнай, ә «Мечел» хоккей клубы исемен «Челмет» тип үҙгәртә[16]. 19 майҙа КХЛ-ға күсеү сәбәпле «Донбасс» Юғары лиганан сыға[17]. 14 июндә «Юность-Минск» 2012/2013 йылдар миҙгеленә лигаға инеү өсөн заявка бирә[18]. 2 июлдә тауыш биреү һөҙөмтәһендә белорус командаһы ЮХЛ составына алына[19]. 13 сентябрҙә ВМФ Хоккей клубы сығыш яһау урыны Санкт-Петербургты Карелияның Кондопога ҡалаһына алыштыра[20]. Чемпионатта бөтәһе 27 команда ҡатнашты.
2013 йылдың 23 апрелендә Беларусь республикаһы хоккей федерацияһы «Юность-Минск» командаһын был миҙгелдә ҡатнашыуын теләмәй һәм команданы Белорус экстралигаһына күсерә. 2013 йылдың 25 апрель көнөндә «Локомотив» етәкселеге лига составынан сығыуын белдерҙе[21][22]. 2013 йылдың 30 май көнөндә Юғары хоккей лигаһы ултырышында ЮХЛ чемпионаты составына «Липецк» хоккей клубы алына[23]. Чемпионатта барлығы 26 команда ҡатнашты.
2013/2014 йылдар миҙгеле тамамланғас лига эсенән «Кристалл», «Лада» һәм «Титан» хоккей клубтары сыға. 2014 йылдың 18 июлендә ҡазандың «Барс» хоккей клубының инеүе иғлан ителә[24]. Чемпионатта 26 команда ҡатнашты.
Миҙгел башланыр алдынан лиганан «Кубань» һәм «Липецк» командалары сыға. 2015 йылдың 24 июнендә «Звезда», «Звезда-ВДВ» һәм «Химик» хоккей клубтары лига составына инә[25]. 2015 йылдың 3 июлендә «Кристалл» командаһының кире ҡайтыуы тураһында иғлан ителә[26]. Чемпионатта бөтәһе 26 команда ҡатнаша.
Үткән миҙгел тамамланғас, Рәсәй хоккей федерацияһы Юғары хоккей лигаһынан Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтары үҙенә ала һәм РХФ артабан ошо турнирҙы үткәрәсәк. 2016 йылдың 26 май көнөндә клубтар бергә Спорт министрлығына һәм РХФ-ға хат яҙалар. Шунда улар ЮХЛ-ға Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын кире ҡайтарырға тәҡдим итә[27]. РХФ-ла быға яуап ҡайтармайҙар. Герман Скоропупов командалаларға ЮХЛ беренселегенә күсергә тәҡдим итә, сөнки шул турнирҙы үткәреү хоҡуҡтары тағы ике йыл Юғары хоккей лигаһында була. Тик командалар быны эшләргә баҙнат итмәйҙәр, һәм Герман Скоропупов үҙенең вазифаһынан баш тарта[28]. Лига составынан үткән миҙгел ваҡытында финанс мәсьәләләр арҡаһында төшөп ҡалған «Звезда-ВДВ» хоккей клубы был миҙгелдә ҡатнашмаҫҡа хәл итә. Уның урынына Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубы ҡатнашыусылар исемлегенә керә[29]. Командалар һаны үҙгәрмәй, ә «Ариада» хоккей клубы исемен «Ариада-НХ» тигәнгә алмаштыра.
Лига составынан Һарытауҙан «Кристалл», Тверҙән ТХК, үткән миҙгелдең чемпионы Балашиханан «Динамо» һәм Волжск ҡалаһынан «Ариада-НХ» хоккей клубтары сыға. Улар урынына Учалынан «Горняк», Һамарҙан ЦСК ВВС һәм Ҡытайҙан ике команда — «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» һәм «Ценг Тоу» хоккей клубтары килә. Шулай уҡ КХЛ-дан «Металлург» хоккей клубы ҡыуылғас, был команда ЮХЛ-да сығышын дауам итә. Шулай уҡ бл миҙгелдән башлап лигала командалар составында 29 йәштән өлкәнерәк биш уйынсы ғына була ала[30].
Миҙгел алдынан Түбәнге Тагилдан «Спутник» хоккей клубы финанс ауырлыҡтары булғанға ЮХЛ чемпионаты составынан сығырға була. Ә уның урынына Лигаға КХЛ-дан «Югра» һәм «Лада», ЮХЛ беренселеге чемпионы «Тамбов» командалары килә. ЮХЛ чемпионатында 29 команда ҡатнаша.
2019 йылдың май айында ЮХЛ чемпионаты составына Тверҙән «Динамо», Түбәнге Новгородтан «Торпедо-Горький», ЮХЛ беренселеге чемпионы Дондағы Ростовтан «Ростов», Ҡаҙағстандан «Номад», Ҡытайҙан «КРС-Пекин» һәм Үзбәкстандан «Хумо» хоккей клубтары керә[31]. Ә лиганан «Саров» хоккей клубы үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата һәм турнирҙа ҡатнашмай.
2012/2013 йылдар миҙгеленән башлап конференциялар һәм дивизиондар бөтөрөлә, һәм командалар бер ҙур таблицаға берләштерелә. Беренсе этапта 29 команда бер-береһе менән икешәр (бер — өйҙә, бер — ҡунаҡта) осрашыу үткәрә. Бөтәһе 56 уйын. Даими чемпионатты беренсе урында тамамлаған командаға Ебәк юлы кубогы 2018/2019 йылдар миҙгеленән алып бирелә.
2018 йылға тиклем өс мәрәйле система була. 2018/19 йылдар миҙгеленән алып ЮХЛ чемпионатында бар еңеү өсөн ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта йә буллитар серияһында еңелгәнгә бер мәрәй менән баһалайҙар.
2019/2020 йылдар миҙгеленән алып бөтә командалар дүрт дивизионға һәм ике конференцияға географик принцип буйынса бүленә. Һәр команда үҙ конференцияһындағы бар клубтар менән өйҙә һәм ҡунаҡта берешәр уйын уҙғара. Тағы ла бер дивизиондың командалары алдан билдәләнгән структура буйынса икенсе бер дивизиондың командалары менән ҡунаҡта йә өйҙә берешәр уйын уҙғара. Шулай уҡ А һәм B дивизионы командалары үҙ төркөмдәре эсендә тағы дүрт уйын уҙғара, C һәм D дивизиондары командалары тағы өҫтәмә алты матч уйнай. Тимәк, даими миҙгелдә һәр команда 54 уйында ҡатнаша. Дивизиондар еңеүселәре конференцияла тәүге ике урынды ала.
Тәүге этап һөҙөмтәләре буйынса һәр конференциянан 8 иң яҡшы команда икенсе этапта ҡатнаша, улар «плей-офф» системаһы буйынса чемпионды билдәләй. Плей-оффтың тәүге этабында парҙар киләһе схема буйынса төҙөлә: беренсе конференцияһының иң көслө командаһы икенсе конференцияһының 8-се командаһы менән уйнай һәм артабан 2—7, 3—6 һәм 4—5. Сирекфиналға сыҡҡан командалар даими чемпионаттың дөйөм таблицаһы буйынса шулай уҡ дүрт парға бүленә: иң юғары команда иң түбәнгеһе менән уйнай. Бар сериялар бер команданың дүрт еңеүенә тиклем дауам итә. Чемпионға Владимир Петров кубогы бирелә.
«ЮХЛ рус классикаһы» — Юғары хоккей лигаһының даими чемпионат сиктәрендә ҙур ретро-стилдә биҙәлгән стадионда асыҡ һауала үткән уйын.[32] Тәүге уйын 2012 йылдың 17 февралендә Красноярскиҙә үтә: урындағы «Сокол» командаһына яңынан ойошторолған «Локомотив» хоккей клубы ҡунаҡҡа килә. Үткәрелгән асыҡ һауалағы бөтә уйындарҙың тик береһендә генә хужалар еңеүҙе яулай.
Дата | Команда1 | Иҫәп | Команда2 | Стадион | Тамашасылар һаны |
---|---|---|---|---|---|
17 февраль 2012 | «Сокол» Красноярск |
2:3 | «Локомотив» Ярославль |
«Үҙәк» стадионы, Красноярск | 16 100 |
19 ғинуар 2014 | «Челмет» Силәбе |
2:5 | «Лада» Тольятти |
«Үҙәк» стадионы, Силәбе | 9 200 |
14 февраль 2015 | «Спутник» Түбәнге Тагил |
0:4 | «Южный Урал» Орск |
«Спутник» стадионы, Түбәнге Тагил | 8 350 |
7 февраль 2016 | «ТХК» Тверь |
1:2 (ө.в.) | «Буран» Воронеж |
«Химик» стадионы, Тверь | 6 350 |
14 ғинуар 2017 | «Динамо» Б Балашиха |
1:3 | «Химик» Воскресенск |
Легендалар паркы, Мәскәү | 1 831 |
29 ғинуар 2018 | «Зауралье» Ҡурған |
0:4 | «Рубин» Төмән |
«Үҙәк» стадионы, Ҡурған | 3 400 |
29 декабрь 2018 | «Нефтяник» Әлмәт |
3:2 (Б) | «Торос» Нефтекама |
Ҡала нефтселәр майҙаны, Әлмәт | 5 214 |
«Рубин» Төмән |
Төмән |
Конференция 1 | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дивизион | Команда | Ҡала | Арена (һыйҙырырлығы) | КХЛ командаһы | Фарм-командаһы | Нигеҙләнә | ЮХЛ-да | |
Дивизион А | Динамо СПб | Санкт-Петербург | «Юбилейный» СК (6 300) | «Витязь» Подольск | «Динамо» Санкт-Петербург (ЙХЛ) | 2016 | 2016 | |
Динамо Т | Тверь | «Юбилейный» СҺ (2 000) | «Динамо» Мәскәү | «Динамо» Тверь (ЙХЛ) | 2019 | 2019 | ||
Звезда | Мәскәү | ЦСКА БСК (5 600) | ЦСКА Мәскәү | «Красная Армия» Мәскәү (ЙХЛ) | 2015 | 2015 | ||
КРС-Пекин | Пекин | Шоуган Арена (3 000) | 2019 | 2019 | ||||
ОРДЖИ | Пекин | Beijing Aozhong Ice Rink (1 000) | «Куньлунь Ред Стар» Пекин | «ОЭРДЖИ Юниор» Пекин (ЙХЛ) | 2017 | 2017 | ||
СКА-Нева | Санкт-Петербург | «Хоккей ҡаласығы» (1 000) | СКА Санкт-Петербург | «СКА-1946» Санкт-Петербург (ЙХЛ) «СКА-Варяги» Санкт-Петербург (ЙХЛ) |
2008 | 2010 | ||
Химик | Воскресенск | «Подмосковье» СҺ (4 000) | «Спартак» Мәскәү | «Спартак» Мәскәү (ЙХЛ) | 1953 | 2010, 2015 | ||
Хумо | Ташкент | Хумо Арена (12 500) | 2018 | 2019 | ||||
Ценг Тоу | Цзилинь | Цзилинь Тиюйгуань (5 000) | 2017 | 2017 | ||||
Дивизион B | Барс | Ҡазан | Ҡазан СҺ (3 523) | «Аҡ Барс» Ҡазан | «Ирбис» Ҡазан (ЙХЛ) | 2009 | 2014 | |
Буран | Воронеж | «Юбилейный» СҺ (3 040) | «Локомотив» Ярославль | «Россошь» Россошь (МЙХЛ) | 1977 | 2012 | ||
Дизель | Пенза | Дизель-Арена (5 500) | «Дизелист» Пенза (МЙХЛ) | 1948 | 2010 | |||
Лада | Тольятти | Лада-Арена (6 000) | «Кристалл» (ЮХЛ-Б) «Ладья» Тольятти (ЙХЛ) |
1976 | 2018 | |||
Ростов | Дондағы Ростов | Айс Арена (442) | 2004 | 2019 | ||||
Рязань | Рязань | «Олимпийский» СҺ (2 700) | «Рязань» Рязань (МЙХЛ) «Челны» Яр Саллы (ЮХЛ-Б) |
1955 | 2010 | |||
Тамбов | Тамбов | «Кристалл» БСҺ (1 500) | «Сочи» | 2000 | 2018 | |||
Торпедо-Горький | Түбәнге Новгород | В. Коноваленко ис. СҺ (4 200) | «Торпедо» Түбәнге Новгород | «Чайка» Түбәнге Новгород (ЙХЛ) | 2019 | 2019 | ||
ЦСК ВВС | Һамар | «Кристалл» БҺ (473) | «Нефтехимик» Түбәнге Кама | «Реактор» Түбәнге Кама (ЙХЛ) | 1950 | 2017 | ||
Конференция 2 | ||||||||
Дивизион | Команда | Ҡала | Арена (һыйҙырырлығы) | КХЛ командаһы | Фарм-командаһы | Нигеҙләнә | ЮХЛ-да | |
Дивизион C | Горняк | Учалы | «Горняк» БА (1 500) | «Автомобилист» Екатеринбург | «Авто» Екатеринбург (ЙХЛ) | 2012 | 2017 | |
Зауралье | Ҡурған | Н. В. Парышев ис. БСҺ (2 500) | «Металлург» Магнитогорск | «Юниор» Ҡурған (ЮХЛ-Б) | 1962 | 2010 | ||
Ижсталь | Ижевск | «Ижсталь» БҺ (3 900) | «Авангард» Омск | «Прогресс» Глазов (МЙХЛ) | 1959 | 2010 | ||
Молот-Прикамье | Пермь | «Молот» УСҺ (6 000) | «АК59» Пермь (МЙХЛ) | 1948 | 2010 | |||
Нефтяник | Әлмәт | «Юбилейный» СҺ (2 200) | «Спутник» Әлмәт (ЙХЛ) | 1965 | 2010 | |||
Торос | Нефтекама | Нефтекама боҙ һарайы (2 100) | «Салауат Юлаев» Өфө | «Толпар» Өфө (ЙХЛ) | 1988 | 2010 | ||
Челмет | Силәбе | «Юность» СҺ (3 650) | «Трактор» Силәбе | «Белые Медведи» Силәбе (ЙХЛ) | 1948 | 2010 | ||
Южный Урал | Орск | «Юбилейный» СҺ (4 500) | «Ырымбур» (ЮХЛ-Б) «Сарматы» Ырымбур (ЙХЛ) |
1958 | 2010 | |||
Дивизион D | Ермак | Ангарск | Арена Ермак (6 900) | «Адмирал» Владивосток | 1958 | 2010 | ||
Металлург | Новокузнецк | «Кузнецких Металлургов» СҺ (7 533) | «Себер» Новосибирск | «Кузнецкие Медведи» Новокузнецк (ЙХЛ) | 1949 | 2017 | ||
Номад | Астана | «Ҡаҙағстан» СҺ (4 070) | «Барыҫ» Астана | «Снежные Барсы» Астана (ЙХЛ) | 2007 | 2019 | ||
Рубин | Төмән | Төмән СҺ (3 300) | «Тюменский Легион» Төмән (ЙХЛ) | 1959 | 2010 | |||
Сокол | Красноярск | Платинум Арена (2 600) | «Амур» Хабаровск | «Красноярские Рыси» Красноярск (ЮХЛ-Б) | 1977 | 2011 | ||
Торпедо | Усть-Каменогорск | Б.Александров ис. СҺ (4 400) | «Алтай» Усть-Каменогорск (ЙХЛ) | 1955 | 2010 | |||
Һарыарҡа | Ҡарағанды | «Ҡарағанды-Арена» (5 500) | 2006 | 2012 | ||||
Югра | Ханты-Мансийск | Арена-Югра (5 500) | «Мамонты Югры» Ханты-Мансийск (ЙХЛ) | 2006 | 2018 | |||
Сезон | Петров кубогы еңеүсе | Финалист | Даими миҙгел еңеүсеһе | Асыш кубогы | Рәсәй беренселеге миҙалсылары | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2010/11 | «Рубин» | «Нефтяник» | «Рубин» | «Торос» | «Рубин» | «Нефтяник» | «Торос» |
2011/12 | «Торос» | «Рубин» | «Рубин» | «Рубин» | «Торос» | «Рубин» | «Дизель» |
2012/13 | «Торос» | «Һарыарҡа» | «Һарыарҡа» | «Торос» | «Торос» | «Буран» | «Ариада» |
2013/14 | «Һарыарҡа» | «Рубин» | «Торос» | «Торос» | «Рубин» | «Торос» | «Молот-Прикамье» |
2014/15 | «Торос» | «Ижсталь» | «Һарыарҡа» | «Һарыарҡа» | «Торос» | «Ижсталь» | ТХК |
2015/16 | «Нефтяник» | «Ижсталь» | ТХК | «Ижсталь» | «Нефтяник» | «Ижсталь» | ТХК |
2016/17 | «Динамо» Б | «Торпедо» | «Торпедо» | «Нефтяник» | «Динамо» Б | «Зауралье» | «Рубин» |
2017/18 | «Динамо» СПб | «СКА-Нева» | «Динамо» СПб | «Зауралье» | «Динамо» СПб | «СКА-Нева» | «Нефтяник» |
2018/19 | «Һарыарҡа» | «Рубин» | «СКА-Нева» | «Динамо» СПб | «Рубин» | «СКА-Нева» | «Торос» |
2019/20 |
2010 йылда лига ойошторолғандан бирле ЮХЛ чемпионаттарында 48 команда ҡатнаша. Тик Нефтекаманан «Торос» ЮХЛ-дың барлыҡ туғыҙ чемпионатында ла плей-офф ярыштарына эләгә. Таблицала ЮХЛ-дың һәр миҙгелендәге чемпионаттың даими өлөшөндә (һан менән — турнир таблицаһындағы урыны) һәм плей-оффта (ете төрлө төҫ менән) командаларҙың сығыш яһау һөҙөмтәләре күрһәтелгән.
|
|
* 2012 йылға тиклем «Мечел» хоккей клубының сығыштары ла һанала.
** Үткән миҙгелдәрҙә команда «КРС Хэйлунцзян», «КРС-ОЭРДЖИ» тигән исемдәр аҫтында сығыш яһай.
*** 2012 йылда КХЛ-ға күсер алдынан «Локомотив» командаһының тарихы ла һанала.
ЮХЛ командалары ҙур халыҡ-ара хоккей буйынса турнирҙарҙа ҡатнаша.
2012—2014 йылдарҙа ЮХЛ чемпионы Континенталь кубок ярыштарында ҡатнаша. 2017 йылда Балашиханан ЮХЛ чемпионы «Динамо» был турнирға саҡыру ала, әммә аҙаҡтан был команда юҡҡа сығарыла.
Рәсәй хоккей лигаһы 2011 йылда барлыҡҡа килә. 2015 йылда Рәсәй хоккей федерацияһы лиганы ойоштороу хоҡуҡтарын Юғары хоккей лигаһына 2015/2016, 2016/2017, 2017/2018 йылдар миҙгелдәренә тапшыра, һәм лиганың исеме «ЮХЛ беренселеге» тип үҙгәртелә[33]. Тәүге миҙгелдең чемпионы исемен «Тамбов» хоккей клубы еңә.
2015/2016 йылдар миҙгеле тамамланғас, РХФ ЮХЛ чемпионаты үткәреү хоҡуҡтары менән бергә ЮХЛ беренселеген үҙенә тағы кире ала.
Юғары хоккей лигаһының бар уйындары YouTube видеохостингында ЮХЛ рәсми каналында тура эфирҙа күрһәтелә. Шулай уҡ КХЛ ТВ телеканалында ЮХЛ чемпионаты уйындарын ҡарап була, ә Матч ТВ йыл һайын үткәрелгән Рус классикаһына трансляция яһай. Шулай уҡ ҡайһы бер региондар телеканалдары урындағы команданың уйындарын күрһәтеп торалар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.