From Wikipedia, the free encyclopedia
Щучье районы (рус. Щучанский район) — Рәсәй ФедерацияһыҠурған өлкәһендәге административ-территориаль берәмек (район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).
Административ үҙәге — Щучье ҡалаһы.
Ҡурған өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡатай, Далмат, Шумихинск, Әлмән һәм Сафакүл райондары, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Райондың дөйөм майҙаны 2858 км², төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 110 километрға һәм көнсығыштан көнбайышҡа 60 километрға һуҙылған. Район биләмәһен көнбайыштан көнсығышҡа табан тарихи Транссебер тимер юл магистрале һәм Р-254 «Иртыш» федераль автомобиль юлы киҫеп үтә.
Район территорияһында 11-ҙән ашыу таш быуат торамаһы (неолит-энеолит), утыҙҙан ашыу бронза дәүере ҡомартҡылары, биш иртә тимер быуат һәм урта быуат ҡомартҡыһы теркәлгән. Улар араһында Белояр, Кузнецов, Красноярск ауылдары, Алакүл һәм күп ҡатламлы ҡәберлектәр асылған Сүмләк ауылы.
Районы территорияһында Щучье тәбиғи (зоология) дәүләт тыйыулығы урынлашҡан[16]. Майҙаны 11670 гектар.
Районда 140-лап ҙур һәм бәләкәй күл бар. Район үҙәгенең үҙендә ете күл.
Район ВЦИК-тың 1923 йылдағы 3-сө һәм 12 ноябрь ҡарарҙары нигеҙендә Урал өлкәһенең Силәбе округы составында ойошторолған. Уның составына 18 ауыл Советы ингән.
Район халҡының 49,39 % ҡала шарттарында (Щучье ҡалаһы) йәшәй.
Район халҡы — 22 881 кеше (2012), нигеҙҙә, урыҫтар. Шулай уҡ ҙур өҫтөнлөк менән башҡорттар булған тораҡ пункттары бар (Арыҫлан ауылы). Башҡорттар шулай уҡ Каясан(Ҡуйһаҙан) , Нифанка ,Төңгөй, Сухоборское, Даньково (Дәңкәү) һәм Куликово ауылдарында ярты йә өстән бер өлөшөн тәшкил итәләр .Бынан тыш, шулай уҡ татарҙар - 1000-гә яҡын кеше - күбеһе Курорт-Озеро , Каясан һәм Майка аулдарында урыҫтар һәм башҡорттар менән бергә йәшәйҙәр.Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре -украиндар, удмурттар, ҡаҙаҡтар, коми-пермдәр, әрмәндәр, немецтар һ. б.йәшәй.
Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә район 1 ҡала һәм 15 ауыл Советы административ-территориаль берәмектәренә бүленгән[25][26]
Муниципаль ҡоролош сиктәрендә муниципаль районға 16 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе һәм 15 ауыл биләмәһе инә[27].
Щучье районында 54 тораҡ пункты бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.