Шершни — Силәбенең үҙәк районында, ҡаланың көнбайыш өлөшөндәге микрорайон.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Шершни
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Центральный район[d]
Thumb
Ябырға

Географияһы

Ҡасаба биләмәһе — көнсығыштан Мейәс йылғаһы, көньяҡтан — Шершни һыуһаҡлағысы быуаһы, төньяҡтан Төньяҡ-Көнбайыш биҫтәһенең аҙ ҡатлы төҙөлөштәре менән сикләнә. Шершни менән Силәбенең төньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк өлөштәре араһында ҡала эсе автобус маршруттары булдырылған.

Тарихы

Ҡасабаға XVIII быуаттың 2-се яртыһында (1784 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1737-лә[1]) Силәбе ҡәлғәһенән күсенеп сығыусылар тарафынан нигеҙ һалына, 1795 йылда[2] Даниил Шерстнёв (Шершнёв) казак ҡасабаһы булараҡ архив документтарында иҫкә алына.

1810 йылдан алып Шершни ҡасабаһы янында старателдәр һибелмә алтын сығара башлаған. Ҡасабанан көнбайыштараҡ Алтын тау урынлашҡан, унда 1843-1935 йылдарҙа шахта ысулы менән алтын сығарғандар, ә һуңынан шахталарҙы Сталин репрессиялары ҡорбандарын ерләү өсөн файҙаланғандар[3].

Этимологияһы

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә, Силәбе ҡасабаһынан бүленеп сыҡҡан был боронғо торамаға атама тәүге булып күсенгән Шершнев тигән кешенең фамилияһы буйынса бирелгән тип яҙа[4][5].

Инфраструктураһы

Ҡасабала Рәсәй Фәндәр академияһы Урал федераль аграр ғилми-тикшеренеү үҙәге филиалыУрОРАН — Көньяҡ Урал Балыҡсылыҡ һәм картуфсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты урынлашҡан.

Ҡасабанан йыраҡ түгел уның менән бер исемле Шершни һыуһаҡлағысы төҙөлгән[6].

Билдәле кешеләре

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.