Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты
Ҡалып:Флагификация/Олимпийский комитет России / From Wikipedia, the free encyclopedia
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты (рус. Чемпиона́т ми́ра по хокке́ю с ша́йбой) — 1920 йылдан башлап халыҡ-ара хоккей федерацияһы тарафынан ойошторолған һәм йыл һайын үткәрелә торған хоккей ярыштары. Олимпия уйындары һәм Донъя кубогы менән бер рәттән иң абруйлы ярыш булып тора. Башта турнир, әгәр 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытындағы беренсе турнирҙы иҫәпкә алмағанда, ҡышҡы Олимпия уйындары сиктәрендә генә үткәрелә. 1930 йылдан алып йыл һайын үткәрелә һәм 1991 йылға тиклем Донъя һәм Европа чемпионаты тип атала (1932 йылғы турнирҙан тыш). 1968 йылға тиклем, Олимпиада үткәрелгән йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса Олимпия турниры ла донъя чемпионаты тип һанала. 1940 йылдан 1946 йылға тиклем Икенсе донъя һуғышы арҡаһында донъя чемпионаты ойошторолмай. Шулай уҡ 1980, 1984 һәм 1988 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында һәм 2020 йылда COVID-19 пандемияһы арҡаһында донъя чемпионаты үткәрелмәй.
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты | |
Нигеҙләү датаһы | 1920 |
---|---|
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
Ойоштороусы | Халыҡ-ара хоккей федерацияһы |
Лига на уровень ниже | IIHF World Championship Pool B[d] һәм Первый дивизион чемпионата мира по хоккею с шайбой[d] |
Ай | Май |
Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты Викимилектә |