![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8a/Cement_02_%2528cropped%2529.jpg/640px-Cement_02_%2528cropped%2529.jpg&w=640&q=50)
Цемент
төҙөлөш материалы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Цемент (лат. caementum — «ҡырсынташ, ваҡланған таш») — яһалма, органик булмаған гидравлик йәбештереүсе матдә. Төп төҙөлөш материалдарының береһе. Һыу, тоҙҙарҙың һәм башҡа шыйыҡсаларҙың һыулы иретмәләре менән тәьҫир итешкәндә һығылмалы масса барлыҡҡа килтерә, ул һуңынан ҡата һәм ташҡа оҡшаш есемгә әүерелә. Башлыса бетон һәм төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү өсөн файҙаланыла. Цемент гидравлик йәбештереүсе булып тора һәм дымлы шарттарҙа нығыныу һәләтенә эйә. Һауала ғына ҡата торған ҡайһы бер минералдарҙан (кальций оксидынан) ныҡ айырыла.
Цемент | |
![]() | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ һәм балсыҡ |
---|---|
Излучательная способность | 0,54 |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/70/Bundesarchiv_Bild_183-91433-0002%2C_Clausnitz%2C_LPG%2C_Bau_eines_Stalls.jpg/640px-Bundesarchiv_Bild_183-91433-0002%2C_Clausnitz%2C_LPG%2C_Bau_eines_Stalls.jpg)
Цемент маркаһы — шартлы дәүмәл, ҡыҫылған ваҡытта ныҡлыҡ билдәләнгән марканан кәм булмауын аңлата (200, 300, 400, 500, 600).
Төҙөлөш иҙелмәләре өсөн цемент — төҙөлөштә һәм һылау өсөн ҡулланылған түбән клинкерлы композицион цемент. Портландцемент клинкеры актив минераль өҫтәмәләрҙе һәм тултырғыстарҙы бергә бутау юлы менән әҙерләнә.