![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a3/Bundesarchiv_Bild_183-1990-0925-024%252C_Dessau%252C_CDU-Wahlkundgebung%252C_Publikum.jpg/640px-Bundesarchiv_Bild_183-1990-0925-024%252C_Dessau%252C_CDU-Wahlkundgebung%252C_Publikum.jpg&w=640&q=50)
Христиан демократияһы
сиркәүҙән айырым торған сәйәси хәрәкәт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Христиан демократияһы (христиан демократтары) — сиркәүҙән айырым сәйәси хәрәкәт, социаль һәм иҡтисад проблемаларын христианлыҡ принциптарына таянып хәл итеү яғында сығыш яһай.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a3/Bundesarchiv_Bild_183-1990-0925-024%2C_Dessau%2C_CDU-Wahlkundgebung%2C_Publikum.jpg/640px-Bundesarchiv_Bild_183-1990-0925-024%2C_Dessau%2C_CDU-Wahlkundgebung%2C_Publikum.jpg)
Тарихи йәһәттән Рим католик сиркәүе төп идеологы була. Хәрәкәттең төп маҡсаттары - дини йәмәғәтселектең ойошҡанлығы, үҙенең кемлеген яҡлауы, ижтимағи арауыҡта территория яулауы һәм лидерлаҡҡа сығыуы. Башланғыс доктринаһына ярашлы, христиан демократияһы үҙ-ара ярҙам менән ғәҙеллек талап итеү араһында гармония табыу, индивидуализм һәм коммунизм ише ҡапма-ҡаршы сиктәргә бәрелмәү. Артабан хәрәкәт яҡлылар үҙ идеологияһына яңы концепциялар өҫтәй: субсидиарлыҡ, персонализм, солидаризм, популяризм, социаль йүнәлешле баҙар иҡтисады.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрәкәт Көнбайыш Европала либераль демократияға берҙән-бер легитим сәйәси ҡоролош тигән ҡараш таралыуында мөһим роль уйнай. Христиан демократик партиялар (демохристиандар) Италияла, Германияла, артабан Көнсығыш Европаның ҡайһы бер илдәрендә һәм Чилиҙа диктаторлыҡ режимдарына алмашҡа килә. Әлеге ваҡытта христиан демократтары әхлаҡ төшөнсәләрендә һәм хоҡуҡ дәүләт принциптарына ҡарата консерватизм күрһәтә. Ула хосуси милекте йәмғиәттең төп таяуҙарының береһе тип ҡарай, әммә милек этик йәһәттән тейешле рәүештә файҙаланылырға тейеш тип һанай. Улар шулай уҡ, шәхестең һәм йәмәғәт ойошмаларының автономияһын һаҡлаған шарттарҙа, социаль дәүләт яғында тора. Сәйәси спектрҙа хәрәкәт үҙәкселеккә ынтыла.