Хоккей чемпиондар лигаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хоккей чемпиондар лигаһы (ингл. Champions Hockey League) — был 26 клуб, 6 лига һәм IIHF менән ҡабул ителгән Европалағы хоккей буйынса КХЛ-дан һуң иң престижлы турнир.
![]() Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Регион: | |
Башлыҡ: |
Мартин Бауман[1] |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
32 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: | |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: | |
Рәсми сайт: |
Беренсе ярыштар 2014/2015 йылдар миҙгелендә була. Тәүге өс миҙгелдә лиганы нигеҙләнеүҙә ҡатнашҡан командалар автоматик рәүештә турнирҙа ҡатнашырға хоҡуҡ ала. 2016/17 йылдар миҙгелендә командалар һаны 48 була, ә артабанғы йылдан башлап улар һаны 32 тиклем әҙәйә, һәм командалар спорт принцибы буйынса ғына алына. КХЛ клубтары тәүге миҙгелдәрҙә был лигала ҡатнашмайҙар[2].
Турнирҙы бөтәһе ике команда еңә, икеһе лә Швециянан. «Фрёлунда» Чемпиондар лигаһының дүрт миҙгелендә финалда ҡатнаша һәм өсәүһендә еңә. Үткәреү форматы буйынса Хоккей чемпиондар лигаһы футбол буйынса УЕФА чемпиондар лигаһына оҡшаш.