From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) — төрки телле илдәрҙе берләштереүсе, «төрки халыҡтарҙың дөйөм матди һәм мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау, үҫтереү һәм киләсәк быуынға тапшырыу өсөн төрки халыҡтар араһында хеҙмәттәшлек» итеүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған халыҡ-ара ойошма.
Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 12 июль 1993 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | TÜRKSOY |
Генеральный секретарь | Полад Бюльбюль-оглы[d], Касеинов, Дюсен Курабаевич[d] һәм Раев, Султан Акимович[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Анкара, Төркиә |
Рәсми сайт | turksoy.org |
Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы Викимилектә |
Штаб-фатиры Анкарала (Төркиә) урынлашҡан; ойошманың генераль директоры — Дюсен Касеин (Ҡаҙағстандың элекке мәҙәниәт министры).
Ойошма Баҡыла һәм Истанбулда 1992 йыл дауамында барған осрашыуҙарҙан баш ала, унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә, Төркмәнстандың мәҙәниәт министрҙары берлектәге мәҙәни проект сиктәрендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары тураһында белдерәләр.
1993 йылдың 12 июлендә Алматыла килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә, төрки мәҙәниәте һәм сәнғәтенең берлектәге үҫеше буйынса Ойошма булдырыла (төр. Türk Kültür ve Sanatları Ortak YönetimiVe Kültür Sanatları Yönetimi Ortak Türk, аббревиатура).
1996 йылда ТӨРКСОЙ һәм ЮНЕСКО, үҙ-ара вәкиллек һәм уртаҡ консультацияларҙы ла индереп, рәсми хеҙмәттәшлек итә башлай[2].
2009 йылда ойошма хәҙерге исемен ала.
Шул уҡ йылда Төрксой, 2009 йылдың 3 ноябрендә нигеҙ һалынған, төрки илдәрҙең геосәйәси ойошмаһы булған Төрки советы составына инә.
6 дәүләт ТӨРКСОЙ-ҙың ағзалары булып тора. Ағзалыҡтан тыш бер нисә төбәк (өсөнсө илдәрҙең федераль субъекттары йәки автономиялы төбәктәре) күҙәтеүсе статусына эйә[3].
2015 йылдың аҙағына Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский Алтай, Башҡортостан, Саха (Яҡутия), Татарстан, Тыва, Хакасия республикалары башлыҡтарына Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (Төрксой) менән бәйләнеште кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәклеге тураһында телеграмма ебәрә[4][5] Был Башкортостан, Тыва, Алтай, Хакасия һәм Яҡутстандың.[6][7] ойошманан сығыуына килтерә[8]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.