баҫма менән эш итеүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәкле китап идентификаторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара стандарт китап номеры (ингл. International Standard Book Number, ҡыҫҡаса — ингл. ISBN) — китап баҫмаһының уникаль номеры, китапты сауҙа селтәрҙәрендә таратыу һәм баҫма менән эшләүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәк. Китапхана-библиографик классификация (библиотечно-библиографическая классификация, ББК), универсаль унарлы классификация (универсальная десятичная классификация, УДК) индекстары һәм авторлыҡ билдәһе менән бергә, халыҡ-ара стандарт китап номеры нәшерләү пакетының бер өлөшө булып тора.
Стандарт Бөйөк Британияла 1966 йылда Гордон Фостерҙың 9 урынлы стандарт китап номеры (ингл. Standard Book Numbering code, ҡыҫҡаса — ингл. SBN code) нигеҙендә эшләнә. 1970 йылда бер аҙ үҙгәреш менән ISO 2108 халыҡ-ара стандарты тип ҡабул ителә. 2007 йылдың 1 ғинуарынан халыҡ-ара стандарт китап номерының 13 урынлы яңы стандарты индерелә, ул штрих-кодҡа тап килә.
Ваҡытлы матбуғат баҫмалары өсөн дә бындай ISSN (International Standard Serial Number) стандарты бар.
Рәсәйҙә халыҡ-ара китап стандарт номеры 1987 йылдан ҡулланыла[1], Белоруссияла — 1993 йылдан[2].
Баҫмаларға идентификаторҙарҙы китаптарҙы халыҡ-ара стандарт нумерациялау өлкәһендәге милли агентлыҡтар бирә. Бының менән Рәсәйҙә 2013 йылдың 9 декабренә тиклем — Рәсәй китап палатаһы, Беларуста — Милли китап палатаһы, Украинала — Украина китап палатаһы[3], Ҡаҙағстанда Ҡаҙағстан Республикаһы Милли дәүләт китап палатаһы шөғөлләнә. Китаптарға 2006 йылға тиклем бирелгән халыҡ-ара стандарт китап номерҙары халыҡ-ара стандарт китап номеры аббревиатураһынан (баҫманың ниндәй телдә булыуына бәйһеҙ) һәм дефис йә буш ара менән үҙгәреүсән оҙонлоҡтағы дүрт төркөмгә бүленгән ун символдан тора:
ISBN коды |
2 | 2 | 6 | 6 | 1 | 1 | 1 | 5 | 6 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Коэффициент |
10 | 9 | 8 | 7 | 6 | 5 | 4 | 3 | 2 |
Ҡабатландыҡ |
20 | 18 | 48 | 42 | 6 | 5 | 4 | 15 | 12 |
EAN-13 форматындағы штрих-код сифатында ҡулланыу өсөн ISBN-ға GS1 978 префиксы өҫтәлә, уны GS1 ассоциацияһы бирә, һәм ISBN-дың контроль һаны урынына EAN-13 стандарты буйынса хисапланған контроль һан ҡулланыла. Өҫтәмә рәүештә тағы ла 979 префиксы бүленгән.
2007 йылдың 1 ғинуарынан ISBN-дың 13 урынлы яңы стандарты индерелә, ул штрих-кодҡа тура килә. Элегерәк бирелгән ISBN-дар яңыға тотҡарлыҡһыҙ конвертациялана (978 + ISBN-дың тәүге 9 һаны + EAN-13 буйынса хисапланған контроль һан).
Әҙ тираж менән сыҡҡан (1 000 данаға тиклем) йә «шәхсән» ҡулланыу өсөн сығарылған баҫмалар өсөн ISBN номеры биреү мотлаҡ түгел.
ISBN системаһына ҡушылыу нәшерсегә түбәндәгеләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.