Федосеевка — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Федосеевка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 10 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462214
Thumb
Ябырға

Географияһы

Ауыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң көнсығыш тарафында, Таналыҡ ҡушылдығы Ташлы йылғаһына ҡойған Алабуға шишмәһе ярында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа (ESE) табан туранан яҡынса 47 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.5 км төньяҡ-төньяҡ-көнсығыштараҡ — иң яҡын күршеһе Яңы Сембер ауылы[3]

Абсолют бейеклеге —диңгеҙ кимәленән 467 метр[4].

Климаты

Федосеевка ҡасабаһының климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[5].

Сәғәт бүлкәте
Thumb
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Федосеевка ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[6].

[7].

Тарихы

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[8][9].

2015 йылдың 1 майына тиклем[10] Ҡыуандыҡ районының Яңы Сембер ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Этимологияһы

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, 1929 йылда торама Федосеев утары тип аталған. Яңы Сембер ауылының тарих уҡытыусыһы Ю. М. Григорьев уға хәбәр итеүенсә, ҡасабаға нигеҙ 19-сы быуаттың һуңғы сирегендә һалынған. Риүәйәт ителеүенсә, унда беренсе булып башҡорттарҙан ер һатып алған Федосеймы, Федосеевмы тигән алпауыт килеп ултырған булған[3].

Халҡы

Гендер составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының гендер структураһында ир-егеттәр 30 %, ҡатын-ҡыҙҙар ярашлы рәүештә 70 % процент тәшкил иткән.

Милли составы

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 45 кешенән торған халыҡтың милли структураһын 60 % урыҫтар тәшкил иткән[11]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.