From Wikipedia, the free encyclopedia
У (ҡытайса 吳語, ябай 吴语, пиньин телендә: wúyǔ, палл.: уюй) — ҡытай теленең ҙур диалекттарының береһе (башҡа классификациялар буйынса — тел). Шанхай муниципалитеты Чжэцзян провинцияһының ҙур өлөшөндә киң таралған, Цзянсу провинцияһының көньяғынла, шулай уҡ Аньхой, Цзянси һәм Фуцзянь провинцияларының ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла. Ҙур һөйләштәр (поддиалекттар) араһында шанхай, сучжоу, вэньчжоу, шаосин, цзиньхуа, юнкан һәм цюйчжоу һөйләштәрен билдәләргә мөмкин. Уларҙың араһында, шанхай һөйләше дәғүәләшһә лә, иң абруйлыһы тип сучжоу һөйләше тора.
У (тел) | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
吳語, 吴语 |
---|---|
Илдәр | |
Был телдә һөйләшеүселәр | |
Телде белеүселәр |
20 |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Сино-тибет ғаиләһе
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Төрлө баһалар буйынса, 77,2 (1984, SIL[1]) миллиондан алып 90 (Encarta[2]) миллионға тиклем кеше ошо телдә һөйләшә. Был күрһәткес буйынса Ҡытай телдәре араһында ул 800 миллион кеше һөйләшкән путунхуа теленән ҡала икенсе урынды биләй. Ҡытайҙа у диалектын йомшаҡ, еңел, көсөргәнешһеҙ тип иҫәпләйҙәр.
У-ның заманса диалекты (теле) хәҙерге Цзянсу һәм Чжэцзян провинцияларында йәшәгән боронғо у һәм юэ халыҡтарына барып тоташа. Иероглифтарҙы японса уҡыу ҙа бөгөн у теле таралған төбәктән сыҡҡан.
У хәҙерге диалекттарҙан айырмалы, урта ҡытай теленән алданыраҡ айырылған һәм шуға ла бер ни тиклем боронғо һыҙаттарын һаҡлаған, әммә һуңғараҡ уға хәҙерге путунхуа теленең нигеҙендә ятҡан төньяҡ диалекттары даими йоғонто яһаған. Төп характеристикалары цин династияһы осоронда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта сучжоу һөйләше төп урында тора. Тайпиндар революцияһынан һуң, халҡы у телендә һөйләшкән төбәк һуғыштан һуң бушап ҡала һәм Шанхайға төбәктең башҡа өлөштәренән мигранттар ағыла башлай. Был шанхай һөйләшен башҡа һөйләштәр менән яҡынайта һәм шул уҡ ваҡытта XX быуаттың беренсе яртыһында шанхай һөйләшен, төбәк "лингва франк"ы булараҡ, өҫтөнлөклө итә, сучжоу диалектының йоғонтоһон кәметеүгә килтерә.
Ҡытай халыҡ республикаһы ойошторолғандан һуң путунхуа теленә өҫтөнлөк бирелә. У диалекты яйлап мәктәптәрҙән һәм киң мәғлүмәт сараларынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Дәүләт оойшмаларында аралашыу һәм рәсми ҡағыҙҙар яҙыу путунхуа телендә алып барыла. Әлеге ваҡтта у телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарында ғына осрай. Күпселек балалар у диалектын бөтөнләй белмәй.
Янь-ға ярашлы (Yan, 2006), у диалекты төркөмдәре башҡа ҡытай диалекттарынан (телдәренән) унда «бысраҡ» (яңғырауыҡлы, йәғни аныҡлап әйткәндә ҡытай теленең /b̥/, /d̥/, /ɡ̊/, /z̥/, /v̥/ һ.б. кеүек көсһөҙ яңғырауыҡлы плозив йәки фрикатив) тартынҡылары һаҡлана. Шулай итеп, у диалектында урта ҡытай теленең шартлаулы өндәре һәм аффрикатының /p pʰ b̥/, /tɕ tɕʰ d̥ʑ̊/ өс кимәлле ҡапма-ҡаршылығы һаҡлана һ.б. У диалекттарында икенән (шанхай диалекты) һигеҙгә тиклем һәм унан да күберәк ижек тоны (уцзян диалекты) булыуы мөмкин.
Зат һәм күрһәтеү алмашы системаһы у диалектында (диалекттарында) бик ҡатмарлы. Мәҫәлән, күп кеше исеменән һөйләүсе зат өсөн инклюзив («беҙ һинең менән») һәм эксклюзив («беҙ һинһеҙ») алмаштары айырыла. Алты күрһәтеү алмашы бар, уларҙың өсөһө — яҡындағы, өсөһө — алыҫтағы объекттарға ҡарата ҡулланыла. Һүҙҙәр тәртибе путунхуалағы кеүек SVO ғына түгел, SOV та булырға мөмкин.
Фонология күҙлегенән ҡарағанда, ҡатмарлы сандхи тоны бар, ул ҡушма һүҙҙәрҙе һәм идиоматик фразаларҙы грамматик яҡтан тарҡатырға ярҙам итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ситләтелгән тултырыусы тура тултырыусынан тартынҡының яңғырау йәки һаңғырау булыуы менән айырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.