![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/da/Wgretz.jpg/640px-Wgretz.jpg&w=640&q=50)
Уэйн Гретцки
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уэйн Дуглас Гретцки (йәки Грецки, ингл. Wayne Douglas Gretzky, ˈɡrɛtski тип әйтелә; 26 ғинуар 1961 йыл, Брантфорд, Онтарио, Канада) — Канада хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. XX быуаттың иң билдәле спортсыларының береһе[6].
1978—1988 йылдарҙа «Эдмонтон Ойлерз» клубы өсөн сығыш яһай, унда ул дүрт тапҡыр Стэнли кубогын яулай.
«Бөйөк» ҡушаматы алған Милли хоккей лигаһында Гретцки 61 рекорд ҡуя һәм бер нисә тапҡыр Лиганың шәхси призын яулай (шул иҫәптән, иң әһәмиәтле уйынсы булараҡ — 9 приз һәм миҙгелдең иң яҡшы һөжүмсеһе булараҡ 10 приз ала).
Ванкуверҙа үткән Олимпиада — 2010-да ут тоҡандырыусы 5 спортсы иҫәбендә була. Боҙҙағы хоккейҙың Халыҡ-ара федерацияһының «Centennial All-Star Team» йөҙ йылдың символик йыйылма командаһына ингән берҙән-бер Төньяҡ Америка вәкиле була.