Ушмаль
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ушмаль (исп. Uxmal) — майяларҙың ҙур ҡалаһының емереклектәре. Юкатан ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында, хәҙерге Мексиканың Юкатан штаты биләмәһендә, Мерида ҡалаһынан көньяҡҡа табан 68 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ушмаль | |
исп. Uxmal | |
Культура | Майя |
---|---|
Дәүләт | Мексика[1] |
Административ-территориаль берәмек | Юкатан[d] |
Мираҫ статусы | Cultural property under special protection[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Майҙан |
3758,64 гектар, 87,45 гектар |
Рәсми сайт | inah.gob.mx/zonas/110-zo…[2] |
Ушмаль Викимилектә |
Мексикала Паленке, Чичен-Ица һәм Калакмуль, Белизда Караколь һәм Шунантунич, Гватемалала Тикаль менән бер рәттән, Ушмаль майя мәҙәниәтенең иң мөһим археологик ҡомартҡыларының береһе булып иҫәпләнә. 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Ушмаль төбәктең иң үҙенсәлекле архитектура стиленә эйә булған майя ҡалаларының береһе тип иҫәпләнә. Ҡала биналары үҙенең ҙурлығы һәм биҙәлеше менән билдәле. Сакба тип аталған боронғо юлдар биналарҙы тоташтыра һәм был райондың башҡа ҡалалары менән бәйләнеш булдыра. Биналар Пуук стиле өсөн хас. Улар майя аласыҡтары өсөн хас булған фриздар менән биҙәлгән шыма тәпәш стеналы. Мәҫәлән, «Тылсымсы пирамидаһы» һәм Хакимдар һарайы кеүек ҡайһы бер биналар урындағы рельефты башҡа ҡаралтыларҙан юғарыраҡ күтәрелер өсөн файҙалана.
Ушмаль тигән атама майя телендә «ox-mal» — «өс тапҡыр» тигәнде аңлата (бәлки, ҡаланың өс осоро күҙ уңында тотолалыр, йәғни нигеҙ һалынғандан һуң тағы ике тапҡыр тергеҙеү булған).
Эргәләге Лабна цермониаль комплексы һәм Сайиль һарай комплексы менән бергә 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
Пуук стиле архитектураһы өлгөһө булып тора.
Юкатан ярымутрауында боронғо майяларҙың мәҙәни һәм сәйәси үҙәктәренең береһе. Ушмалдең нигеҙ һалыныу ваҡыты һәм боронғо тарихы әлегә билдәһеҙ. Беҙҙең эраның Х быуатының аҙағында Ушмалде тольтектар менән бәйләнгән тутуль-шив ҡәбиләһе баҫып алған. XIII—XV быуттарҙа Ушмаль Юкатанда сәйәси хакимлыҡ өсөн Майяпан һәм Чичен-Ица менән үҙ-ара һуғыш алып бара. Был ваҡиғаларҙың теүәл хронологияһы сығанаҡтарҙың ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында билдәһеҙ, әммә, күрәһең, беҙҙең эраның XIII быуат башында булған. Ул Майяпан ғәскәре тарафынан ҡыйратыла. Тутуль-шив үҙенең баш ҡалаһын Мани ҡалаһына күсерә. Һуғыштар 1441 йылда Майяпандың ҡолауы менән тамамлана. Испандар ҡаланы күргәс, ул күптән инде ташландыҡ хәлда булған[3].
Ғалимдар фаразлауынса, ҡалала 25 меңгә яҡын кеше йәшәгән. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған биналарҙы беҙҙең эраның 700—1000 йыл арауығына индерергә мөмкин.
Ушмалгә ҙур, квадрат майҙандар хас, уларҙың ситтәрендә Пуук классик стилендәге биналар урынлашҡан, шулай уҡ бында ғына ошо стилдең һуңғы варианты осрай.
Урындағы халыҡ һәр ваҡыт боронғо емереклектәр хаҡында белһә лә, Европа фәне өсөн тәүгеләрҙән булып уларҙы ике сәйәхәтсе һәм майя цивилизацияһын асыусы — инглиз рәссамы һәм археологы Фредерик Кезервуд, Америка юрисы һәм дипломаты Джон Ллойд Стефенс тапҡан һәм тасуирлаған. 1840 йылда, Копан менән Паленкены тикшергәндән һуң, улар Ушмалдәге емереклектәрҙе ҡарап сыға. Был емереклектәр уларға ҙур йоғонто яһаған. 1841 йылда Нью-Йоркта Казервудтың һүрәттәре менән биҙәлгән Стивенс китабы сыға, унда Ушмаль, уның ҡоролмалары һәм ҡорамдары һүрәтләнә[4].
Һуңыраҡ 6 төркөмгә бүленгән Ушмаль емереклектәре XIX быуаттан алыр күп тапҡыр АҠШ һәм Мексика археологтары (Дж. Стивенс, У. Холмс, К. Рупперт, А.Рус, Х. Акста, С. Саэнс һәм башҡалар) тарафынан өйрәнелә.
Әлеге ваҡытҡа биналар өлөшләтә реставрацияланған.
Күп һанлы монументаль архитектура ҡомартҡылары араһында иң мөһимдәре:
«Хаким һарайы» артында өлөшләтә таҙартылған йәки тулыһынса балсыҡлы тупраҡ ҡатламы аҫтында йәшерелгән башҡа пирамидалар урынлашҡан.
Ғалимдар билдәләүенсә, Ушмалдең биналар диуарҙарында Xenococcus кеүек эрозия процесын булдырыусы күп кенә фототрофтар йәшәй. Шулай уҡ диуарҙарҙың емерелеүе Gloeocapsa һәм Synechocystis бактерияларының популяциялары бик ҙур булыуына бәйле[6], ә насар яҡтыртылған биналар цианобактериялар йәшәгән урын булып тора[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.