Урта фарсы теле
Яңы фарсы теленең элгәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Урта фарсы теле (пәһләүи теле; үҙ атамаһы парсиг — «фарсы») — көньяҡ-көнбайыш төркөмсәләге үле урта иран теле. Боронғо фарсы теленең дауамы һәм яңы фарсы теленең элгәре булып тора. Тәүҙә Ирандың көньяҡ өлөшөндә — Парста (Фарс) — таралған булған, артабан Сәсәниҙәр осоронда (III—VII быуаттар) тотош Фарсияның әҙәби һәм рәсми теле. VII быуаттан, Иранды ғәрәптәр баҫып алғандан һуң, Иранда һәм Һиндостанда зороастр общиналарында һаҡланып ҡала.
Урта фарсы теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
pārsīg(парсиг) |
---|---|
Илдәр | |
Регионы |
тәүҙә Фарста, шунан Сәсәниҙәр империяһында тарала |
Рәсми статусы |
Сәсәниҙәр дәүләте (III—VII быуаттар) |
Үле тел |
IX] быуатта фарсы теленә үҫешә |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа телдәре Һинд-иран тармағы
| |
Әлифба |
пәһләүи, манихей |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
пех 537 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 |
pal – китапса урта фарсы теле ("пәһләүи") |
Төрҙәре:
- китапса тип йөрөтөлгән урта фарсы теле — дини (зороастр) һәм донъяуи әҙәбиәт теле;
- манихей урта фарсы теле — манихей общиналарының документтар теле.
Арами графикаһының төрлө төрҙәренә нигеҙләнгән ике яҙыу системаһы ҡулланылған[1]:
- пәһләүи — гетерографик;
- манихей — фонетик.
Иң боронғо ҡомартҡылар — Парс хакимдарының тәңкәләрендәге легендалар (беҙҙең эраға тиклем II быуат).
Урта фарсы телендәге иң мөһим әҙәби ҡомартҡы — Авестаның авеста теленән тәржемәһе. Яңы фарсы теленә күсеү теле булған парси (пазенд) теле урта фарсының һуңғыраҡ формаһы булып тора. Ул парстарҙа һәм "беһдин"дәрҙә, йәғни Иран гебрҙарында, тик әҙәби тел булараҡ һаҡланған[2] .