Уран (мифология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уран (бор. грек. Οὐρανός «күк йөҙө»), римлеләрҙә Целум (лат. Caelum) — боронғо грек мифологияһында күктең кәүҙәләнеше, Геяның (ерҙең) ире, аллаларҙың иң боронғо быуынына ҡарай. Гея Уранды тыуҙырған йәки ул уны төшөндә тапҡан[12]; йәки Уран Хаостың (башҡа мифтарҙа Эфирҙың улы)[13] һәм Гемераның улы[14] йәки Офиондың һәм өлкән Фетиданың улы[15]. Титандарҙың һәм титан-аллаларҙың атаһы[16]. «Беренсе булып бөтә донъя менән идара итә башлаған»[17].
Уран | |
бор. грек. Οὐρανός | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Атаһы | Хаос[d][2], Эфир[d][2][1] һәм Офион[d] |
Әсәһе | Гемера[d][3] һәм Гея[3][1] |
Бер туғандары | Уреа[d] һәм Понт[d] |
Хәләл ефете | Гея[1] |
Балалары | Афродита, Бронт[d], Стероп[d], Эвримедон[d], Алкионей[d], Alpos[d], Энкелад[d], Eurytos[d], Гратион[d], Ипполит[d], Мимант[d], Паллант[d], Peloreus[d], Полибот[d], Порфирион[d], Anax[d], Дамис[d], Clytius[d], Ephialtes[d], Hoplodamus[d], Melia[d], Otus[d], Бриарей[d], Котт[d], Гиес[d], Океан (мифология), Кой[d], Крий[d], Гиперион[d][4], Иапет[d][5], Кронос[6], Феба[d], Мнемосина[d], Рея[7], Фемида, Тефида[d][8], Тейя[d][9][10], Алекто[d], Мегера[d], Арг[d], Тисифона[d], Astraios[d], Тельхины[d], Лисса[d], Abseus[d], Syceus[d], Диона[d], Adanus[d], Аристей[d][11], Glauce[d], Эгеон[d], Этна[d], Athos[d], Басилея[d], Euonymus[d] һәм Heimarmene[d] |
Место содержания под стражей | Тартар[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы[1] һәм боронғо грек дине[d][1] |
Область святого или божества | күк[d][1] |
Уран Викимилектә |
Уран | |
бор. грек. Οὐρανός | |
Туғандары | |
---|---|
Тормош иптәше | |
Уран Викимилектә | |
Гесиод буйынса, Гея, Уран менән никахҡа инеп, тауҙарҙы (версия буйынса), нимфаларҙы, Понтты, титандарҙы, циклоптарҙы һәм йөҙ ҡуллы алпамышаларҙы — гекатонхейҙарҙы тыуҙырған. Урандың төп һыҙаттарының береһе уның сикһеҙ үрсемлелеге була. Ул үҙенең ҡурҡыныс ҡиәфәттәге балаларын күрә алмай. Уларҙы Геяның ҡарынына йәшереп, Уран уға ауыр ғазаптар килтергән.
Әсәйенең хәлен еңеләйтеү өсөн кесе улы Кронос ураҡ ярҙамында атаһын бестерә. Урандың емешле көсө шул тиклем ҙур була, хатта ергә төшкән ҡан тамсыларынан эриниялар, ә диңгеҙгә төшкән орлоҡтан һәм ҡандан — алиһә Афродита тыуған. Һөҙөмтәлә Уран ғифрит илаһтар нәҫелен дауам итеүҙән ситләтелә һәм власть уның улы Кроносҡа күсә.
Евгемер буйынса, ул океанда һәләк була Һәм Авлакия ҡәлғәһендә ерләнә[18]. IV орфик гимн уға арналған.