Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты
Урта Уралдың көнсығыш битләүе буйлап Нейва, Реж һәм Адуй йылғаларының үрге ағымында тар таҫма булып көньяҡтан төньяҡҡа йөҙҙән ашыу киломе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты — Урта Уралдың көнсығыш битләүе буйлап Нейва, Реж һәм Адуй йылғаларының үрге ағымында тар таҫма булып көньяҡтан төньяҡҡа йөҙҙән ашыу километрға һуҙылған территорияның шартлы атамаһы.
Бында зәргәр (ювелир) сифатлы минералдарға: һары яҡут (топаз), ҡыҙыл төҫтәге кристаллик таш (турмалин), зөбәржәт, зәңгәр, күк йәки көрән төҫтәге аҫыл таш, кварцтың бер төрө (аметист), гәлсәр, бәлләүер (горный хрусталь) бай ятҡылыҡтар урынлашҡан. Хатта күпмелер миҡдарҙа алмас та табылған. Академик Ферсман һүҙҙәре буйынса:
Бар донъяла, Ер шарнынң бер мөйөшөндә лә, шул тиклем дә ҡиммәт аҫыл таштар күпләп тупланған башҡа урындың табыуы ҡыйын. |
Был күренештең икенсе исеме — Мырҙа-Адуй аҫыл таштар билбауы.
Ятҡылыҡтар 300 йыл дауамында билдәле булһа ла, әммә дөйөмләштерелгән исеме йәшерәк, уны XX быуат башында К. К. Матвеев — Урал тау институтының минералогия кафедраһына нигеҙ һалыусы, В. И. Вернадскийҙың билдәле Радий комиссияһы ғилми секретары биргән.