Уйылға (ҡасаба)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уйылға (рус. Увельский) — ҡасаба ( элгәре - ҡала тибындағы ҡасаба), Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге Уйылға районы үҙәге.
Уйылға | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Силәбе — Троицк линияһындағы Түбәнге Уйылға тимер юл станцияһы, Силәбе ҡалаһынан көньяҡҡа табан 82 км алыҫлыҡта, Южноуральск ҡалаһынан 7 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Башта Түбәнге Уйылға ҡасабаһы Түбәнге Уйылға станцияһының бер өлөшө генә була (был ауыл тәүге тапҡыр 1748 йылда Түбәнге Уйылға биләмәһе булараҡ телгә алына)[1].
1934 йылда Түбәнге Уйылға ҡасабаһы Уйылға ғына тип үҙгәртелә (бер үк ваҡытта район үҙәге Уйылға станцияһына күсә), ә 1948 йылда Уйылға ҡасабаһы ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала һәм йәнә район үҙәгенә әйләнә. 1992 йылдың февралендә был тораҡ пунктының статусы ауыл ҡасабаһына тиклем түбәнәйтелә[1].
Уйылға районы карьерҙарынан утҡа сыҙамлы һәм форма эшләү балсығы менән ҡом сығарыла. Икмәк комбинаты, типография, ветеринария һәм санитария утилләштереү заводы, полимер изоляторҙар етештереү заводы эшләп килә. Яҡында, Каменский ҡасабаһында тимер-бетон изделиелар заводы урынлашҡан.
Хәҙерге ваҡытта Уйылғала ике дөйөм белем биреү мәктәбе: 1937 йылда булдырылған 1-се урта мәктәп һәм 1947 йылда асылған 2-се урта мәктәп бар.
6 балалар баҡсаһы, балалар өсөн сәнғәт һәм художество мәктәптәре, китапхана, "Мир" кинотеатры, үҙәк район дауаханаһы эшләй. Ҡасабала М.А.Тренин исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Ҡасаба үҙәгендә "Горняк" район мәҙәниәт йорто урынлашҡан, уның янында хәрби дан һәйкәле булараҡ Т-80Б танкыһы аҫҡуймаға ҡуйылған.
Ҡасабала «Олимпия» стадионы бар, 1999 йылда унда 3-сө Бөтә Рәсәй ауыл йәйге спорт уйындары уҙғарылған[8].
Шулай уҡ 2006 йылда «Бриз» ябыҡ бассейны төҙөлгән.
2016 йылға тиклем Уйылғала Рождество Христова ағас сиркәүе эшләп килә. 2016 йылда яңы таш сиркәү төҙөлә. Ҡасабала православие сиркәүҙәренән тыш, 2039-сы һанлы мәхәллә мәсете эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.