Төньяҡ полюс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ полюс, Төньяҡ ҡотоп йәки географик Төньяҡ ҡотоп — Төньяҡ ярымшарҙа Ерҙең әйләнеү күсәренең өҫкө йөҙө менән киҫелеш нөктәһе. Төньяҡ Боҙло океандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан[1]. Төньяҡ ҡотоп һәм Төньяҡ магнит ҡотоп төрлө урындалар, уларҙы бутарға ярамай.
Төньяҡ ҡотоп ҡоро ерҙә урынлашҡан Көньяҡ ҡотопҡа диаметраль рәүештә ҡаршы тора. Ер өҫтөндә Төньяҡ полюсҡа ҡарата теләһә ниндәй башҡа нөктә һәр ваҡыт көньяҡ йүнәлештә бара.[1]. Төньяҡ полюстың географик координаталары: 90°00'00" төньяҡ киңлеге; полюстың оҙонлоғо юҡ, сөнки ул бөтә меридиандарҙың да берләшеү нөктәһе булып тора. Төньяҡ ҡотоп шулай уҡ бер ниндәй сәғәт бүлкәтенә лә ҡарамай. Поляр көн, поляр төн кеүек үк, ярты йыл самаһы дауам итә.
Төньяҡ полюста океандың тәрәнлеге — 4261 метр (тәрән диңгеҙ аппараты «Мир» 2007 йылда үлсәү буйынса) йәки 4087 метр (1958 йылда америка һыу аҫты кәмәһенең үлсәме буйынса 4087 метр).[2].
Төньяҡ ҡотопҡа иң яҡын ер — Каффеклуббен утрауы, йә ATOW1996; һәм иң яҡын тораҡ пункты — Төньяҡ полюстан 817 километр алыҫлыҡтағы Эллесмере утрауындағы (Нунавут крайы, Канада) Уяулыҡ ауылы.
Ҡышын төньяҡ ҡотопта уртаса температура — яҡынса −50 °C[1], йәй — 0 °C тирәһе[1].