Тәүтормош йәмғиәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәүтормош йәмғиәте (шулай уҡ тарихҡа тиклемге йәмғиәт, тарихҡаса булған дәүер) — кешелек тарихында яҙыу барлыҡҡа килгәнгә тиклемге осор, унан һуң, яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп, тарихи тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге асыла. Тарихҡа тиклемге дәүер тигән термин XIX быуатта ҡулланышҡа инә. «Тарихҡа тиклемге» тигән һүҙбәйләнеште киң мәғәнәлә, Ер барлыҡҡа килгәндән алып, яҙма уйлап табылмаҫ элек булған теләһә ниндәй осорға ла ҡулланырға мөмкин, ләкин тар мәғәнәлә — фәҡәт кешенең тәүтормош осорона ҡарата ғына ҡулланыла. Ғәҙәттә контекста, яҙма булдырылмаҫ элек ҡайһы осор ғына ҡаралыуын аңлатҡан күрһәтмә бирәләр, мәҫәлән, «миоцен тәүтормош маймылдарын» (23-5,5 миллион йыл элек) йәки "урта палеолит Homo sapiens « (300-30 мең йыл элек). Билдәләмә буйынса, был осор тураһында замандаштар ҡалдырған яҙма сығанаҡтар булмағанлыҡтан, археология, этнология, палеонтология, биология, геология, антропология, археоастрономия, палинология фәндәре мәғлүмәттәренә таянып ҡына белеп була.
Тәүтормош йәмғиәте | |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Древний мир[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | доисторический и раннеисторический период[d] һәм первобытная археология[d] |
Тәүтормош йәмғиәте Викимилектә |
Яҙма төрлө халыҡтарҙа төрлө осорҙа барлыҡҡа килгәнлектән, күп мәҙәниәттәргә тарихҡаса булған дәүер термины йә ҡулланылмай, йә уларҙың мәғәнәһе һәм ваҡыт сиктәре дөйөм кешелеккә ҡағылғандар менән тап килмәй. Атап әйткәндә, Колумбҡа тиклемге Американы осорҙарға бүлеү этаптары буйынса Евразия һәм Африка менән тап килмәй[* 1].
Тәүтормош йәмғиәте мәғлүмәттәре шәхестәргә бик һирәк ҡағылғанлыҡтан һәм хатта этностар тураһында нимә булһа ла һөйләмәгәнлектән, кешелектең тәүтормош дәүеренең төп социаль берәмеге булып археологик мәҙәниәт тора. Был дәүерҙең Бронза быуаты йәки Тимер быуаты кеүек осорҙарға бүлеү терминдары ретроспектив һәм күп дәрәжәлә шартлы, ә уларҙы тәңгәл билдәләү тикшереү предметы булып тора.